Даирә
-13 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
23 Ғинуар , 12:18

Мутлашыусылар шылтыратһа, ышанмағыҙ!

Мутлашыусылар, артыҡ көс түкмәй генә, байырға уйлаған алдаҡ юлдарҙы уйлап табып ҡына торалар. Хәҙер хатта курьерҙар аҡса алырға өйгә киләләр.

Һуңғы осорҙа банк картаһынан аҡса урлау осраҡтары тураһында хәбәрҙәр күбәйҙе. Мутлашыусылар, артыҡ көс түкмәй генә, байырға уйлаған алдаҡ юлдарҙы уйлап табып ҡына торалар. Хәҙер хатта курьерҙар аҡса алырға өйгә киләләр.
Күптән түгел махсус хәрби операция биләмәһендә һәләк булған яугирҙең әсәһе мутлашыусыларға өс миллион аҡсаһын биргән.
Билдәһеҙ кеше, үҙен РФ Оборона министрлығы хеҙмәткәре тип таныштырып, Вера И-ға (исеме үҙгәртелде) шылтырата һәм улы махсус хәрби операция зонаһында һәләк булыу сәбәпле, уның бер нисә дәүләт түләүҙәре, үлгәндән һуң наградалар һәм юғары пенсия алыу хоҡуғына эйә булыуы тураһында әйтә.
Бер аҙҙан ҡатынға ФСБ-ның “ялған” хеҙмәткәре шылтырата һәм уның банк картаһынан 600 мең һум аҡса урларға маташыуҙары тураһында хәбәр итә. «Урлашыуҙы булдырмау « өсөн мутлашыусы зыян күреүсегә банк картаһынан бөтә аҡсаны алырға һәм хәүефһеҙлек өсөн ҡулаҡса һаҡларға кәңәш итә.
Һуңынан ФСБ-ның “ялған” хеҙмәткәре телефон аша һөйләшеүҙе үҙенең “Рәсәй Үҙәк банк” коллегаһына күсерә. Ул зыян күреүсене юлдан яҙҙырырға теләп, уның иҫәптәрендәге купюралар «билдәләнгән» һәм әйләнештән алынған тип белдерә. Уларҙы “ысын” аҡсаға алмаштырыу өсөн курьер ебәрергә вәғәҙә итә.
Мутлашыусыларға ышанып, ҡатын банк бүлексәһенән бөтә аҡсаһын ала. Шул уҡ көндө кис уның өйөнә үҙен ФСБ хеҙмәткәре тип танытҡан ир килә һәм аҡсаны «алмаштырыу» һылтауы менән алып китә.
Хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәренең һөҙөмтәле эшләүе арҡаһында мутлыҡ схемаһы асыла. Оператив-эҙләү саралары барышында ғәйепләнеүсе курьер ҡулға алына.
Хөрмәтле район халҡы! Сит кешеләргә аҡса күсермәгеҙ - хатта улар үҙҙәрен банк, полиция, ФСБ йәки башҡа рәсми ойошмалар хеҙмәткәрҙәре булып танытһалар ҙа. Уларҙың маҡсаты - аҡсағыҙҙы урлау ғына түгел, ә шәхси мәғлүмәттәрегеҙгә, банк иҫәптәренә инеү мөмкинлеген дә алыу.
Иҫегеҙҙә тотоғоҙ!
- Банк бер ҡасан да һеҙҙән аҡсаны «хәүефһеҙ иҫәпкә» күсереүҙе һорамаясаҡ;
- Полиция һәм башҡа дәүләт органдары шылтыратып, аҡса күсереү йәиһә иҫәптәге шикле эшмәкәрлек тураһында хәбәр итмәй.
Мутлашыусылар теләһә ниндәй һылтауҙар ҡуллана һәм теләһә ниндәй исемдәр аҫтында шылтырата. Һаҡ һәм тыныс булығыҙ!
Динар СӘЙФУЛЛИН.

Автор: Фируза Рахматуллина 
Читайте нас