Даирә
-13 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
23 Ғинуар , 09:54

Милли баҫмабыҙҙы һаҡлайыҡ

Гәзитебеҙҙең тағы ла бер тоғро дуҫы – Һәүәләй мәктәбенең тәрбиә эштәре бу­йынса директор кәңәшсеһе Гөлсәсәк Искәндәрова.

Милли баҫмабыҙҙы һаҡлайыҡ
Милли баҫмабыҙҙы һаҡлайыҡ

Гәзитебеҙҙең тағы ла бер тоғро дуҫы – Һәүәләй мәктәбенең тәрбиә эштәре бу­йынса директор кәңәшсеһе Гөлсәсәк Искәндәрова.
- Бүләк алыу, әлбиттә, ҡыуаныслы. Туғандарым еңеүем тураһында тәүгеләрҙән булып белеп ҡалғандар ҙа, ҡотлай башланылар. Яҙылыусыларын ҡыҙыҡһындырып торған редакция хеҙмәткәрҙәренә ҙур рәхмәт. Һеҙгә ныҡлы сәләмәтлек, эшегеҙҙә уңыштар теләйем.
Гәзит-журналдар – рухи байлыҡ сығанағы. Гәзиттә булған мәҡәләләр, яҙмалар, махсус биттәр бик оҡшай. Барлыҡ яңылыҡтар, өлгө алырлыҡ кешеләр, ҡул оҫталары, ҡыҙыҡлы яҙмыштар менән танышам.
“Даирә” гәзите биттәрендә сыҡҡан ҡыҫҡа әҫәрҙәрҙе уҡырға яратам. Шулай уҡ райондың хәҙерге заман геройҙарын, махсус хәрби операцияла ҡатнашып, ҡаһарманлыҡ күрһәтеүсе яҡташтарыбыҙ менән танышабыҙ. Ололарҙың тәрбиә мәсьәләһенә ҡағылышлы уй-фекерҙәрен, кәңәштәрен уҡып барам. Шулай уҡ йәшнәп йәшәрлек йәштәребеҙ ҙә күп. Уларҙың да замансараҡ фекерен ишетке килә.
Республика гәзит-журналдарын да күп­ләп алдырабыҙ. Ғөмүмән, милли баҫмаларға яҙылып, үҙебеҙҙе әүҙем, илен, телен, тарихын яратыусы илһөйәрҙәр итеп күрһәтергә кәрәк, тигән фекерҙәмен, - ти Гөлсәсәк Миңлехан ҡыҙы.
“Даирә” менән бергә ҡалыусы дуҫтарыбыҙға рәхмәт белдерәбеҙ, бүләк алып ҡы­уанғандарҙы ҡотлайбыҙ! Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ.
Фирүзә йәминева.

Автор: Фируза Рахматуллина 
Читайте нас