Даирә
-13 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
23 Ғинуар , 14:46

Гәлсәр һауыттарығыҙҙы ташларға ашыҡмағыҙ!

Бер нисә йыл элек гәлсәр һауыттарҙы “үткәндәр ҡалдығы” тип атап һәм уларҙы серванттың иң төбөнә йәшерергә маташҡан инек. Ә бөгөн шул гәлсәр бокал-вазалар бик кәрәк булып сыҡты бит...

Бөгөн гәлсәр бокал-вазаларға винтаж маркеттарҙа һәм аукциондарҙа “һунар” итәләр. Әсәйегеҙҙең сервантына күҙ һалығыҙ әле  - бәлки, һеҙ иң байылыр.

Һәр хәлдә һәр кемдең өйөндә гәлсәр әйберҙәр һаҡлана, шуға күрә уны һораусыларға “алығыҙ” тик кенә биреп сығармағыҙ, уларҙың хаҡы әле бик юғары баһалана. Бигерәк тә ҡурғаш өҫтәлгән ауыр, яңғырауыҡлы гәлсәр (эйе, тап ул ошо алмас ялтырауыҡты бирә!) - берәмләп һатыла торған тауар. Уны ҡулда тотоу ҡыуаныслы, әгәр ситенә бармағығыҙ менән һаҡ ҡына тейһәгеҙ, ул “йырлай”.

Тап ошондай гәлсәр бокал-вазаларҙы һатып алыусылар күбәйгән.

Автор фотоһы.

Беҙҙең МАХ каналына max.ru/gazetabash... ҡушылығыҙ!

Автор: Фируза Рахматуллина 
Читайте нас