Даирә
-13 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
22 Ғинуар , 14:48

Күп фатирлы йорт яңы төҫ алды

Күп фатирлы йорттарға төҙәтеү үткәреү мәсьәләһе һәр ваҡыт көнүҙәгендә. Уларҙың күптәре 70-80-е йылдарҙа уҡ төҙөлгәнгә күрә, әленән-әле төҙәтеү талап итә.

Күп фатирлы йорт яңы төҫ алды
Күп фатирлы йорт яңы төҫ алды

Шулай, Прибельский ауылының 24 фатирлы ике ҡатлы йортонда йәшәүселәр ҙә, бик күптән йорттарының түбәһен алмаштырыуҙы көтәләр ине. Ниһайәт, республика программаһы буйынса уҙған йылдың август айында Прибельский ауылының Салауат Юлаев урамындағы 14-се йорттоң түбәһенә капиталь ремонт үткәрелде.
- “БР күп фатирлы йорттарҙа дөйөм милекте капиталь ремонтлауҙың төбәк операторы” фонды ярҙамында төҙәтеү эштәрен подрядсы “Стройгрупп” йәмғиәте төҙөүселәре башҡарҙы. Был маҡсатта барлығы 8 миллион 179 мең 764 һум аҡса тотонолдо.
Быйылғы йылда Прибельский ауылының Лермонтов урамындағы 58-се йорттоң түбәһенә шундай уҡ ремонт башҡарыласаҡ, - тине “Коммунальник” йәмғиәте етәксеһе Фәнис Насиров.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бер юлы барлыҡ күп фатирлы йорттарҙың да түбәләрен алмаштырып булмай. Иң беренсе сиратта, алмаштырыу талап ителгән күп фатирлы йорттарҙың ҡыйыҡтары алмаштырыласаҡ. Ошо программа сиктәренлә уҙған йыл республикала 270-тән ашыу йорттоң ҡыйығына ремонт үткәрелгән.
Һәр кеше үҙ фатирында уңайлы шарттарҙа, матур мөхиттә йәшәргә теләй. Республика программалары ярҙамында артабан да күп фатирлы йорттарҙа төҙәтеү үткәреү планлаштырыла.

Гөлсәсәк Аласова.
Наталья Суркова, Прибельский ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы:
- Капиталь ремонт программаһы күп фатирлы йорттарҙы ремонтлау мөмкинлеге бирә. Күп кенә иҫке йорттарҙың ҡыйығы алмаштырылды, подъездарға ремонт яһалды. Беҙ уларҙың киләсәк быуын өсөн ныҡлы һәм уңайлы булып ҡалыуын бөгөндән хәстәрләргә тейешбеҙ.
Рима Байғазина, ошо йортта ғүмер итеүсе: - Беҙ был йортта 17-се йыл йәшәйбеҙ. Йортобоҙҙоң ҡыйығы күптән иҫкергәйне. Шиферҙары күп урындан ватылып, һыу үтә башлағайны.
Быйыл йәй ҡыйыҡты яңыртып, бик матур итеп эшләп ҡуйҙылар. Был эште ойоштороусыларҙың һәм башҡарыусыларҙың барыһына ла оло рәхмәтлебеҙ.

Республика башлығы Торлаҡ-коммуналь хужалығы министрлығына иғтибарҙы ихаталарҙы, подъездарҙы төҙәтеүгә генә түгел, ә ҡыйыҡтарҙы йүнәтеүгә лә аҡса бүленеүгә йүнәлтергә тәҡдим итте.
- Әгәр ҙә, түбәнән һыу аға икән, подъездарҙағы ремонт ярҙам итмәйәсәк, - тип билдәләне Радий Хәбиров.

Автор: Гульчачак Алачева
Читайте нас