Яҡташыбыҙ, Ҡабаҡ ауылынан махсус хәрби операция яугире Динар Ҡәүиев күптән түгел ил мәнфәғәтен яҡлауға индергән өлөшө һәм батырлығы өсөн Рәхмәт хаты алды.
Командир һәм шәхси состав намыҫлы хеҙмәте, дисциплинаһы һәм бурысына тоғролоғо өсөн рәхмәт белдерә. Бынан тыш, хәрби бурысын лайыҡлы үтәгәне өсөн яугир “Батырлыҡ өсөн” миҙалына тәҡдим ителгән.
Райондаштарыбыҙҙың тоғро хеҙмәт итеүе барыбыҙ өсөн дә шатлыҡ, улар беҙгә өлгө булып торалар. Беҙ улар менән ғорурланабыҙ, сөнки бөгөнгө быуын ҡаһарман ветерандарыбыҙҙың өлгөләрендә тәрбиәләнгән. Шундай ҡыйыу егеттәр арҡаһында беҙҙең баш өҫтөндә күк йөҙө тыныс.
Динар, йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, етди ҡарарға килеп, 2024 йылда махсус хәрби операция зонаһына юллана. Бөгөнгө көндә Покровск йүнәлешендә легендар 55-се Гвардия Курск диңгеҙ пехотаһы дивизияһы составында хеҙмәт итә. Үҙ бурыстарын намыҫ менән үтәргә өйрәнгән батыр йөрәкле яҡташыбыҙ, көн һайын ғүмере хәүеф аҫтында булыуға ҡарамаҫтан, яуҙа үҙен аямай көрәшә.
Намыҫлы хеҙмәте тәрән хөрмәткә лайыҡ булған ҡаһарман яҡташыбыҙҙы ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ, ныҡлы һаулыҡ, именлек теләйбеҙ һәм махсус хәрби операция зонаһында ҡатнашыусыларҙың барыһына ла Еңеү менән өйҙәренә ҡайтыуҙарын теләп ҡалабыҙ.
Контракт хеҙмәтенә ҡағылышлы мәсьәләләр буйынса 2-14-78, 52-11-58 телефондары буйынса шылтыратырға йәки Ҡырмыҫҡалы һәм Архангел райондары хәрби комиссариатына килергә мөмкин.
Фирүзә
РӘХМӘТУЛЛИНА.