Даирә
+30 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
19 Ғинуар , 04:27

Яңы китаптың исем туйы

Олокүл ауылы китапханаһында Ҡарлыман ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы Азат Әхмәтйәновтың “Ҡарлыман – илдең ҡорос артериялары” китабының исем туйы уҙҙы.

Яңы китаптың исем туйыЯңы китаптың исем туйы
Яңы китаптың исем туйы

Олокүл ауылы китапханаһында Ҡарлыман ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы Азат Әхмәтйәновтың “Ҡарлыман – илдең ҡорос артериялары” китабының исем туйы уҙҙы. Бөгөн, һәр ваҡыттағыса, бик күп төрлө китаптар ижад ителә. Әммә ҡайһы бер баҫмалар айырыуса ҡыҙыҡһыныу уята, уларҙа беҙ күңелебеҙгә яҡын нимәләр тураһында уҡый алабыҙ, үҙебеҙ тураһында, таныш исемдәр йәки фамилиялар менән осрашабыҙ, таныш пейзаждарҙы, йорттарҙы, ваҡиғаларҙы, йөҙҙәрҙе күрәбеҙ... Быларҙың барыһын да тыуған яҡ тураһындағы китаптарҙа
табырға була.
Ағымдағы йылдың ноябрендә Куйбышев тимер юлы үҙенең 90 йәшлек юбилейын билдәләй. “Ҡарлыман – илдең ҡорос артериялары” китабы ғүмер юлына әйләнгән тимер юлы, үҙ яҙмыштарын ошо еңел булмаған хеҙмәткә арнаған кешеләргә бағышлана.
Китапханала яҙыусы менән осрашыу - ул һәр ваҡыт ҙур байрамға әүерелә. Азат Марат улы менән ижади әңгәмә лә бик йылы мөхиттә үтте. Ул үҙенең тормошо һәм ижады, әҫәрҙәре өсөн нисек итеп сюжеттар табыуы, ниндәй ауырлыҡтар менән осрашыуы тураһында һөйләне. Сарала ҡатнашыусылар уның һөйләгәндәрен ҡыҙыҡһынып һәм иғтибар менән тыңланы, һорауҙарын бирҙе. Авторға ҡабатланмаҫ сағыу сюжетлы, бай йөкмәткеле әҫәре өсөн рәхмәт белдерҙе һәм яңы ижади уңыштар теләне.
Осрашыуҙы моңло йырҙары менән биҙәгән Валентина Емсинаның сығыштары тағы ла йәмлерәк итте.
Айгөл ЙӘРМИЕВА,
Олокүл ауылы китапханасыһы.

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас