Даирә
+30 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
16 Ғинуар , 07:18

Урамдар яҡтырып ҡаласаҡ

Тауһеңер ауылында “Урындағы башланғыстарҙы хуплау” программаһында ҡатнашыу мәсьәләһе буйынса йыйылыш үткәрелде.

Урамдар яҡтырып ҡаласаҡУрамдар яҡтырып ҡаласаҡ
Урамдар яҡтырып ҡаласаҡ

Ауыл халҡы “Ауыл урамдарын яҡтыртыуҙы яҡшыртыу” проекты менән программала бер тауыштан ҡатнашырға ҡарар итте. Шайморатов ауыл биләмәһе башлығы Илвир Моратшин әлеге программа сиктәрендә районда ниндәй проекттар ғәмәлгә ашырылыуы һәм унда еңеү өсөн нимәләр эшләргә кәрәклеге тураһында һөйләне.

Йыйылышта тиҙ арала хәл итеүҙе талап иткән проблемалар ҡаралды. Коллектив кәңәшмәнән һуң Тауһеңер ауылы халҡы “Ауыл урамдарын яҡтыртыуҙы яҡшыртыу” проектын хуплап тауыш бирҙеләр.
Йыйылыш һөҙөмтәләре буйынса инициатив төркөм һайланды. Уның составына Лариса Комарова, Наилә Мәғзүмова, Әсхәт Мөхәмәтйәнов, Рәфилә Сибәғәтова, Эльвира Мөхәмәтйәновалар инде. Активистарҙың төп бурысы – халыҡтан аҡса йыйыу һәм эш барышын күҙәтеү.
Тауһеңер ауылы халҡы был эшкә бөтә көсөн һалып, еңеп сығырға өмөтләнә.
Гөлсәсәк Аласова.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас