Даирә
+30 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
15 Ғинуар , 10:17

Теләктәре тормошҡа ашһын

Иҫке Бәпес ауылында “Урындағы башланғыстарҙы хуплау” программаһы сиктәрендә ике этаптан торған йомғаҡлау йыйылышы үтте.

Теләктәре тормошҡа ашһынТеләктәре тормошҡа ашһын
Теләктәре тормошҡа ашһын

Иҫке Бәпес ауылында “Урындағы башланғыстарҙы хуплау” программаһы сиктәрендә ике этаптан торған йомғаҡлау йыйылышы үтте.
Билдәле булыуынса, республикала “Урындағы башланғыстарҙы хуплау” программаһы уңышлы тормошҡа ашырыла. Айы­рыуса һуңғы йылдарҙа был программала ҡатнашыусылар һиҙелерлек артты. Сөнки был проект – йылдар буйы ҡул етмәгән проблемаларҙы хәл итеүҙең бер юлы.
Көн тәртибендә тү­бән­дәге мәсьәләләр кү­тә­релде: 2026 йылға Баш­ҡортостан Республи­каһында “Урындағы баш­лан­ғыстарҙы яҡлау” программаһы тураһында мәғлүмәт; ауылдың беренсе сираттағы проблемаларын һайлау; әлеге проблеманы хәл итеү өсөн муниципалитет һәм халыҡтың өлөшләтә суммаһын билдәләү; проектты әҙерләү һәм уны ғәмәлгә ашырыуҙы тикшереп тороу өсөн ауыл халҡы араһынан инициатив төркөм һайлау; артып ҡалған осраҡта аҡсаларҙы тотоноу.
Йыйылышта ҡатнашыусылар тәҡдим ителгән бер нисә проект араһынан, иң лайыҡлыһы һәм кәрәклеһе тип, күпселек тауыш менән МТЗ-82.1 тракторы өсөн аҫылмалы ҡорамалдар (грейдер) һатып алыу проектын һайланы.
Йыйылышта шулай уҡ проектты тормошҡа ашырыуҙы координациялау һәм аҡса йыйыу буйынса бурыстарҙы үҙ өҫтөнә аласаҡ инициативалы төркөм һайланды. Инициатива төркөмө составына эште ойоштора һәм проектты тормошҡа ашырыу барышы тураһында халыҡҡа хәбәр итә белгән, хәлде объектив баһалай алған әүҙем халыҡ инә.
Ауыл биләмәһе баш­лығы Азамат Ғәйфуллин программа проекттары буйынса конкурстың нисек үтеүен аңлатты, шулай уҡ ауыл халҡына тыуған төйәгенең яҙмышына битараф булмағандары өсөн рәхмәт әйтте һәм еңеүгә өмөт белдерҙе.
Ауыл халҡы дөйөм тырышлыҡ менән был проект конкурстан үтеп, киләсәктә тормошҡа ашырылыр, тигән ышаныста таралышты.
Зөлфирә КИНЙӘҒОЛОВА.

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас