РФ Эске эштәр министрлығының Ҡырмыҫҡалы районы буйынса бүлегенә Ҡырмыҫҡалы ауылында йәшәүсе бер ҡатын финанс тоҙағына эләгеүе тураһында хәбәр итә.
Был турала ул үҙе лә белмәгән. Уның исеменә билдәһеҙ кешеләр 2 миллион һумлыҡ автокредит рәсмиләштергән.
Зыян күреүсе был хаҡта бөтөнләй осраҡлы ғына, эш хаҡы килеүен көтөп, банк ҡушымтаһындағы операция тарихын тикшергәндә, картаһынан кредитты ҡаплауға аҡса күсереүҙе күреп ҡала, әммә ләкин ул бер ниндәй ҙә кредит рәсмиләштермәгән була.
Кредиттар бүлегенә ингәс, зыян күреүсе үҙенең исеменә яҙылған ғәмәлдәге автокредит килешеүен таба. Тулыраҡ тикшереү күрһәтеүенсә, оҙаҡ ваҡыт дауамында уның иҫәптәренән һәм карталарынан банк эсендә өсөнсө кешеләрҙең иҫәптәренә лә, Тиҙ түләүҙәр системаһы (СБП) аша ла күп тапҡыр күсереүҙәр булған.
Ҡатын шунда уҡ банк бүлексәһенә рөхсәтһеҙ операцияларҙы асыҡлауҙы һәм туҡтатыуҙы талап итеп мөрәжәғәт итә.
Хөрмәтле район халҡы!
Уяу булығыҙ, билдәһеҙ һандарҙан килгән шылтыратыуҙарға һәм смс-хәбәрҙәргә яуап бирмәгеҙ. Бер ҡасан да аҡсаны таныш булмаған иҫәп-хисаптарға күсермәгеҙ һәм шәхси мәғлүмәттәрегеҙҙе, банк карталары номерҙарын, кодтарын йәки паролдәрен асмағыҙ - хатта шылтыратыуҙар банк, Рәсәй Почтаһы йәки башҡа дәүләт органдары хеҙмәткәрҙәренән булһа ла. Әгәр шикләнәһегеҙ икән, рәсми хеҙмәттәргә үҙегеҙ тикшерелгән номерҙар буйынса шылтыратығыҙ.
Ғәлиә КӘРИМОВА.