Даирә
+30 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
15 Ғинуар , 10:41

Инвестицияла аҡса эшләргә өмөтләнеп

Район халҡы йыш ҡына финанс аферистарының ҡорбандары була.

Район халҡы йыш ҡына финанс аферистарының ҡорбандары була. Файҙалы инвестициялау иң киң таралған мутлашыу схемаларының береһе булып тора.
Прибельский ауылынан Алена С. (исеме үҙгәртелде) инвестициялар ярҙамында Интернетта аҡса эшләргә теләп, енәйәтселәргә 160 мең һумдан ашыу аҡсаһың күсерә.
Интернетта өҫтәмә эш табырға теләп, зыян күреүсе юғары килемле һәм һығылмалы графиклы вакансия күрә. Ул был мәғлүмәт менән ҡыҙыҡһынғас, уның менән ир бәйләнешкә инә һәм үҙен “менеджер” тип таныштыра. Ул эштең мәғлүмәттәрҙе анализлау менән бәйле булыуын аңлата, әммә тиҙ арала һөйләшеүҙе инвестициялар темаһына күсерә.
Алена С. инвестицияға һалыу өсөн ундай ҙур суммалы аҡсаһы юҡлығын әйтеп бирә. Мутлашыусы Яңы йыл байрамына тиклем 50 мең һум килем алыу өсөн 10 мең һум да етә, тип уны ышандыра һәм платформаға һылтанма ебәрә. Зыян күреүсе күрһәтелгән ссылка аша инеп 8 700 һум аҡса күсерә. Ялған менеджер акциялар менән эшләүҙә “ярҙам” тәҡдим итә һәм килемде арттырыу өсөн күберәк аҡса һалырға кәрәклеге тураһында әйтә. Ҡатын аҡса күсереүен дауам итә.
Алена С. биржанан килемде алып, эшмәкәрлеген туҡтатырға теләгәс, енәйәтсе уға «тикшерелгән юрист»ты тәҡдим итә. Алена С. менән бәйләнешкә ингән “ялған юрист” индерелгән бөтә сумманы кире ҡайтарырға ярҙам вәғәҙәләй, әммә табышты сығарыу өсөн 32 мең һум талап итә. Түләүҙән һуң уға «фирма директоры» шылтыратып, 0,3 биткоинды кире ҡайтарырға тейешлеге тураһында әйтә, әммә бының өсөн тағы 110 мең һум күләмендә комиссия түләргә кәрәклеген хәбәр итә. Шул саҡта ғына зыян күреүсе үҙенең мутлашыусылар ҡорбаны булыуын аңлай.

Ғәлиә КӘРИМОВА.

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас