

Аңлатма.
Ҡайһы бер кешеләр ниндәй ҙә булһа эштәрен башҡаларҙы яллап эшләтәләр. Эш тамам булғас, әлбиттә, эшсегә эш хаҡын түләү ваҡыты етә. Шул ваҡытта ҡайһы берәүҙәр эш хаҡын бирмәйсә айҙар йәки йылдар буйы эшләгән кешене йәберләйҙәр. Ҡайһы берәүҙәр иһә эшсегә, хеҙмәткәргә хаҡын бөтөнләй түләмәҫ өсөн йәки тултырып түләмәҫ өсөн төрлө ялған сәбәптәр эҙләйҙәр. Был кешеләр белһендәр - Аллаһ Тәғәлә Ҡиәмәт көнөндә уларға дошман булыр! Аллаһ Тәғәләнең дошманы булыуҙан һаҡ булығыҙ!
Берәүҙе яллап эшләтеп тә уға эш хаҡын бирмәү - Аллаһ Тәғәлә харам ҡылған золомдарҙың иң ҙурыһы.
Ислам дине эшсегә эш хаҡын уның тире кипкәнсе бирергә әмер итә. Эш хаҡын бирмәйсә кешене рәнйетһәң, ул һине ҡарғап бәддоға ҡылһа, уның бәддоғаһы төшөр. Ундай золомлоҡтан һаҡланығыҙ!