Даирә
+30 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
12 Ғинуар , 11:29

1 марттан торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү ваҡыты үҙгәрә

Илдә торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү ваҡытын биш көнгә – айҙың 10-ынан 15-енә күсереүҙе күҙ уңында тотҡан закон ғәмәлгә индерелә.    

1 марттан торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү ваҡыты үҙгәрә1 марттан торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү ваҡыты үҙгәрә
1 марттан торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү ваҡыты үҙгәрә

2026 йылдың 1 мартынан Рәсәйҙә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәренә түләүҙең һуңғы срогы айҙың 10-ынан 15-енә күсерелә. Был иһә ваҡытында түләргә һәм пеня һалыуҙан һаҡлап ҡалырға мөмкинлек бирер тип планлаштырыла.

Рәсәй президенты Владимир Путин 2025 йылдың июнендә ҡул ҡуйған закон быйыл яҙ көсөнә үҙ инергә тейеш.

Хәбәр иткәнебеҙсә, Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһенә ярҙам күрһәтеү өсөн 8,3 миллиард һум аҡса бүленде.

https://www.bashinform.ru/news/social/2026-01-12/zhitelyam-bashkirii-napomnili-o-perenose-sroka-oplaty-zhkh-s-1-marta-4533432

Автор: Әлфиә Әһлиуллина
 
Автор:
Читайте нас