

Ул күп балалы һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙың теләктәрен тормошҡа ашырыуға йүнәлтелгән. Был матур проект сиктәрендә район хакимиәте, ойошма, учреждение һәм предприятиелар етәкселәре шыршы ботағынан баланың теләге яҙып һалынған бер конвертты алып, уның хыялын тиҙ арала үтәргә ашыҡты.
Район гәзиттәре редакцияһы коллективтары ла Күлләр ауылында йәшәүсе 9 йәшлек Резида Рәхмәтуллинаның хыялын тормошҡа ашырып, саңғылар бүләк итте.
Әнүзә Фәтих ҡыҙы һәм Зәбир Нәзир улы Рәхмәтуллиндарҙың ишле ғаиләһендә дүрт бала тәрбиәләнә. Әнүзә Фәтих ҡыҙы Ҡырмыҫҡалы ауылындағы “Бәхет” кафеһында, Зәбир Нәзир улы Олокүлдә сүп түгеү машинаһында эшләй. Резида Ефремкин мәктәбендә 3 класта уҡыһа, апаһы Дилә шул уҡ мәктәптә 7-се класта, ағаһы Айҙар - Стәрлетамаҡ политехник колледжында, ҡустыһы Ринат 2-се класта белем ала.
- Балалар үҙ-ара татыуҙар, бер-береһенә ярҙамсылдар. Бар ерҙә лә үҙҙәрен итәғәтле тоталар. Олоно - оло, кесене кесе итә беләләр.
Резеда уҡыуға тырыш, “4” һәм “5” билдәләренә генә уҡый. Өй эштәрендә лә минең уң ҡулым, - ти Әнүзә Фәтих ҡыҙы.
Саңғыла йөрөргә, спорт менән шөғөлләнергә яратам, тип яҙған хатында Резеда. Саңғыла елдәй елеп шыуырға, урман-ҡырҙар гиҙеп йөрөргә яҙһын, киләсәктә лә уй-хыялдарың бойомға ашып торһон.
Гөлсәсәк Аласова.
Автор фотоһы.