

Эйе, ат ул аҡыллы хайуан. Ул һүҙ мәғәнәһен аңламай, әммә интонацияны бик яҡшы төшөнә, кешенең характерын тоя. Рухи көсөң бармы-юҡмы икәнде лә самалап ала, холоҡ көсөнә күнә. Тигеҙ, баҫалҡы, әммә талапсан тауыш менән өндәшеү кәрәк атҡа. Төҫтө артыҡ айырмай, әммә еҫте яҡшы һиҙә. Ат йылы Ергә тыныслыҡ алып килһен.
Махсус хәрби операция башланғандан алып беҙҙең егеттәребеҙ хәрби бурыстарын намыҫлы башҡара. Уларҙың бик күптәре Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөп, тыуған ил һағына үҙ теләктәре менән баҫты. Бөгөнгө көндә Ҡарлыман ауылы егете Илдар Айҙаров та махсус хәрби операция биләмәһендә хәрби бурысын үтәй.
Айҙар Радис улы Яңы йыл менән ҡотлап, үҙе уҡыған мәктәп коллективына һәм уҡыусыларға Ҡыш бабай күстәнәстәре ебәргән. Ысын күңелдән һиңә рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ, батыр яугиребеҙ. Һиңә ныҡлы һаулыҡ, тыныс күк йөҙө, тыуған ауылыңа иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуыңды теләп ҡалабыҙ.
Яңы йыл барыһына ла уңыштар, тыныслыҡ һәм именлек алып килһен!
Ҡарлыман ауылы мәктәбе коллективы.