

- Үҙем Ауырғазы районынан булһам да, ҡырҡ йылдан ашыу ғүмерем Ҡырмыҫҡалы районында үтте. Педагогия институтын тамамлағас, тәүге хеҙмәт сынығыуымды Түбәнге Төкөн ауылы мәктәбендә алдым. Шуға ла йәшлек йылдарым, тәүге эш көндәрем ошо ауыл менән тығыҙ бәйләнгән.
Бәлки, мин уҡытҡан уҡыусыларымдың балалары махсус хәрби операцияла ҡатнашалыр. Район гәзите уларҙың ғаиләләренә минән бүләк булһын, аҙ булһа ла күңелдәренә йыуаныс килтерһен, - тип уртаҡлашты Хәсән Ғәйнулла улы.
Эйе, Хәсән Ғәйнулла улы һәр яҡлап та әүҙем ҡарашлы кеше. Ул етәкләгән уҡыу-ара комбинаты – республикала иң яҡшы автомәктәптәрҙең береһе. Гәзит менән дә һәр саҡ тығыҙ хеҙмәттәшлектә. Яҙылыу кампанияһы осоронда уның ҡатнашлығында уҡыу-ара комбинаты менән район гәзитенә яҙылыусылар араһында «Бәхетле авто» отошон үткәреү изге йолаға әүерелде.
Мәрхәмәтлегегеҙ һәм әүҙемлелегеҙ өсөн, рәхмәт һеҙгә!
Гөлсәсәк Аласова.