Даирә
+30 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
26 Декабрь 2025, 11:35

Йылғалар кесе инештән башлана...

Илтуған ауылында урынлашҡан районыбыҙҙың тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейында Башҡорт теле көнөнә арналған йәмле сара үтте. Ул “Мәңге йәшә, туған телем – башҡорт теле” тип исемләнде.

Йылғалар кесе инештән башлана...Йылғалар кесе инештән башлана...
Йылғалар кесе инештән башлана...

Музей етәксһе Клара Ғәйфуллина йөрәк түрҙәренә үтеп инерлек башҡорт теленә арналған шиғыр юлдары менән сараны асты.

- Йәнем моңо, рухым сәңгелдәге, милләтемдең моңо, рухы, ҡото булған башҡорт теленә арнала бөгөнгө әҙәби-музыкаль кисә, - тип өҫтәне Клара Дархан ҡыҙы һәм һүҙҙе Бишауыл-Уңғар мәктәбе уҡыусыларына бирҙе.

Уҡытыусылары Рәмилә Исхаҡова һәм Миңнур Сәйетгәрәева етәкселегендә уҡыусылар “Башҡорт телендә һөйләшәм” йырын һәм туған телгә арналған шиғырҙар һөйләп ишеттерҙеләр.

Иҫке Муса ауылы мәктәбе уҡыусылары ла уҡытыусылары Клара Йосопова етәкселегендә шиғырҙар һөйләнеләр, йырланылар ҙа, моңло башҡорт көйөнә бейеү ҙә башҡарҙылар.

Уҡытыусылары Зөбәржәт Ғәлимова етәкселегендә Ҡырмыҫҡалының 2-се мәктәбе уҡыусыларының йырҙары, Динислам Ғирфановтың ҡурайҙа данлыҡлы “Урал” көйөн башҡарыуы сараға тағы ла йәм өҫтәне.

Кисәнең тағы бер ҡунаҡтары – Үрге Төкөн ауылының “Мәләш” фольклор ансамбле үҙҙәренең дәртле лә, һағышлы ла йырҙары менән байрамды биҙәне. Артабан сарала ҡатнашыусыларҙың барыһы ла улар әйткән таҡмаҡҡа күмәкләшеп бейергә төшөп тә китте. Уҡыусылар менән бергә башҡорт халҡының төрлө уйындарын да уйнанылар “Мәләш”тәр.

- Туған телебеҙ – башҡорт теленә арналған фәһемле байрамға алыҫ араларҙы яҡын итеп, ныҡлы әҙерлек менән килгәндәре өсөн барлыҡ уҡыусыларға, уҡытыусыларға, “Мәләш” ансамбле коллективына рәхмәтлемен. Һеҙ барығыҙ ҙа музей залдарын гөрләттегеҙ. Йәмле кисә балалар күңеленә рухи аҙыҡ өҫтәгәндер, тип ышанам, - тине сараны ойоштороусы Клара Ғәйфуллина.

- Матур йөкмәткеле сара әҙерләгәне өсөн музей етәксеһе Клара Дархан ҡыҙына ҙур рәхмәт. Ысынлап та, бик күңелле, фәһемле сара булды. Туған телебеҙҙе һаҡлауға, үҫтереүгә лә булышлыҡ итте. Клара Дархан ҡыҙы етәкләгән коллективта бик уңған, тырыш кешеләр эшләй, һәр береһенә айырым рәхмәт еткерге килә. Эҫе сәйҙәре, тәмле ризыҡтары, йылы һүҙҙәре менән ҡаршы алып, күңелдәрҙе күтәрҙеләр. Уларға еңел булмаған эштәрендә ижади уңыштар, һаулыҡ теләйбеҙ, - тип һөйләне Рәмилә Филарит ҡыҙы.

Эйе, музей биләмәһендә телһөйәрлек менән бер рәттән илһөйәрлекте үҫтереүгә барып тоташҡан сара барыһының да күңелдәренә хуш килде. Туған телебеҙ киләсәге өсөн янып йәшәгән ошондай рухлы яҡташтар булыуы ҡыуандыра. Бала бәләкәйҙән тыуған еренең тарихын, мәҙәниәтен, сәнғәтен, йолаларын белеп үҫә икән, тимәк, туған телгә лә хөрмәт, ихтирам тәрбиәләнә. Йылғалар кескәй генә инештән башланып, тулы һыулы даръяға әйләнгән кеүек, ошондай бәләкәй генә саралар ҙа Тыуған илебеҙҙең телһөйәрҙәрен һәм илһөйәрҙәрен тәрбиәләүгә ҙур булышлыҡ итә.

Розалия НАЗАРОВА.

Автор фотолары.

Йылғалар кесе инештән башлана...
Йылғалар кесе инештән башлана...
Автор:Розалия Назарова
Читайте нас