

Улар өс турҙа һынау тотто: уҡыу программаһына ярашлы викторина һорауҙарына яуап бирҙе, һөйләү телмәрен тикшереү өсөн әңгәмә ҡорҙо, текст буйынса лексик-грамматик биремдәрҙе үтәне.
Баһалама ағзалары эштәргә йомғаҡ яһап, башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса уҡыусыларҙың белем кимәлен асыҡланы. Олимпиада ҡыҙ һәм егеттәрҙең белемен генә тикшереп ҡалманы, уларҙың туған телгә битараф булмауын билдәләне, телһөйәр, илһөйәр булыуҙарын иҫбатланы.
Ҡышҡы ялдар осоронда Өфө ҡалаһында уҙасаҡ төбәк-ара олимпиадала 9-сы, 10-сы, 11-се кластар араһында еңеүсе һәм призерҙар сығыш яһаясаҡ. Улар:
Олимпиадаға әҙерләгән уҡытыусыларыбыҙҙы һәм еңеүсе балаларҙы ысын күңелдән тәбрикләйбеҙ. Уҡыусыларға уңыштар һәм яңы үрҙәр яулауҙарын теләйбеҙ.
Рәмилә Исхаҡова,
Бишауыл-Уңғар урта мәктәбенең
башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.