

500 г бауыр
2 баш һуған
1 стакан ҡайнаған һөт
3 йомортҡа
тоҙ, борос
4-5 ҡалаҡ көнбағыш майы
ярты стакан он
Бауыр менән һуғанды ит үткәргестән сығарабыҙ , һөттө ҡайнатып һыуытабыҙ ҙа ҡушабыҙ, йомортҡа, көнбағыш майы, тоҙ, борос, он һалып, барыһын бергә яҡшылап болғайбыҙ.
Килеп сыҡҡан массаны ҡоймаҡ ҡойған кеүек йоҡа ғына итеп табала бешерәбеҙ (ҡапҡасын ябырға онотмағыҙ). 7-8 шт сыға (26 см диаметрында).
Эслек:
2 баш һуған
2-4 кишер (эре булһа, 2-ү ҙә етә)
ҡаймаҡ йә майонез - 200 г
2 теш һарымһаҡ
тоҙ, борос, базилик, петрушка кеүек тәмләткестәр
Һуған менән кишерҙе табала ҡыҙҙырабыҙ, ҡаймаҡ (майонез) һәм һарымһаҡ менән бергә ҡушып болғатабыҙ, торт йәймәләре араһына һылайбыҙ. Тортты эҫе килеш йыйғанда, эслеге һеңеп, тәмле һәм һутлы була. Өҫтөн йәшел үләндәр йә ҡырғыстан үткәрелгән сыр менән биҙәргә.
Аштарығыҙ тәмле булһын!
500 г печени
2 лука
1 стакан кипяченого молока
3 яйца
соль, перец
4-5 ст.л. раст.масла
полстакана муки
Печень и лук пропустить через мясорубку, молоко вскипятить, дать остыть и затем добавить к фаршу. Добавить яйца, специи, раст.масло, муку и перемешать до однородности.
Обжарить на сковороде как блинчики с закрытой крышкой. Получится 7-8 шт (диаметр 26).
Начинка:
2 лука
2-4 моркови (если крупные, то 2 шт)
сметана или майонез - 200 г
2 зубчика чеснока
соль, перец, специи
Лук нарезать, морковь пропустить через терку, обжарить на раст.масле до готовности. Добавить специи, сметану (майонез), чеснок и перемешать.
Собираем торт: каждый блин смазываем начинкой. Сверху украсить зеленью или сыром.
Приятного аппетита, друзья!
Фото һәм сығанаҡ: интернет селтәрпе