+30 °С
Болотло


Был хәл илдең Уттар-Прадеш штатында 383 парҙың туйында була. Килеме түбән парҙарға ярҙам итеү маҡсатында ошондай күп туйҙар ойошторола. Тантананан һуң ҡунаҡтарға сәй, ҡабымлыҡ һәм чипсы тәҡдим иткәндәр. Шуның арҡаһында талаш килеп тыуған да инде. Кемдәрҙең бер нисә чипсыны кейем аҫтына йәшерергә, икенселәре иһә тотош һауыты менән алып китергә маташҡан. Һөҙөмтәлә бер нисә кеше ныҡ ҡына йәрәхәтләнгән, ә бер баланың өҫтөнә хатта ҡайнар сәй түгелгән.
Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.