Даирә
+30 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
5 Декабрь 2025, 07:30

Ит мул саҡта тәбиғи колбаса эшләйек

Ҡунаҡтарығыҙҙы һыйлау өсөн дә шәп ризыҡ. 

Ит мул саҡта тәбиғи колбаса эшләйекИт мул саҡта тәбиғи колбаса эшләйек
Ит мул саҡта тәбиғи колбаса эшләйек

Ҡунаҡтарығыҙҙы һыйлау өсө дә шәп ризыҡ. Ишембай ҡалаһынан аш-һыу оҫтаһы Фәриҙә Ҡорбанова гәзит уҡыусыларына колбаса эшләү ысулын тәҡдим итә.  

Ишембай ҡалаһынан аш-һыу оҫтаһы Фәриҙә Ҡорбанова “Башҡортостан” гәзите уҡыусыларына колбаса эшләү ысулын тәҡдим итә.

– Өй шарттарында колбаса эшләүҙең ауырлығы юҡ. Берәр килограмм һыйыр һәм йылҡы итенең фаршын ҡушабыҙ. Шуға самалап һуған, һарымһаҡ, ҡара, ҡыҙыл борос, тоҙ һалып баҫабыҙ. Ике сәғәткә маринадларға ултыртып ҡуябыҙ. Ит үткәргестең колбаса эшләй торған махсус ҡулланмаға эсәкте кейҙереп, 20-25 сантиметр оҙонлоғонда колбасалар эшләйбеҙ. Ике осон бау менән бәйләйбеҙ. Һыуға лавр япрағы, тоҙ һалып, 60-70 градусҡа еткәнсе йылынғас, колбасаларҙы һалабыҙ. Ҡаҙылыҡты тишкән кеүек бер нисә урындан сәнсәбеҙ. Талғын утта ҡайнап сыҡҡас, 15-20 минут бешерәбеҙ. Һөҙөп алғас, майлы табала ике яҡлап ҡыҙҙырып алабыҙ. Духовкала ла ҡыҙҙырырға мөмкин. Бик тәмле килеп сыға!

 Фото аш-һыу уңғаныныҡы.

✅Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

Автор: Резеда Шәнгәрәева

Сығанаҡ:https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2025-11-29/it-mul-sa-ta-t-bi-i-kolbasa-eshl-yek-4486599

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас