Даирә
+30 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
5 Декабрь 2025, 06:03

“Батырлыҡ ҡумтаһы” хәйриә акцияһы

Изге акцияға Ҡырмыҫҡалы ауылының С.М. Чугункин исемендәге мәктәбе уҡыусылары ла дәррәү ҡушылды.

“Батырлыҡ ҡумтаһы” хәйриә акцияһы“Батырлыҡ ҡумтаһы” хәйриә акцияһы
“Батырлыҡ ҡумтаһы” хәйриә акцияһы

Башҡортостанда «Берҙәм Рәсәй» партияһы ойошторған «Батырлыҡ ҡумтаһы» хәйриә акцияһы үтте.
Уның маҡсаты – балаларҙа дауахана мөхитенә ыңғай тәьҫорат уятыу, уларҙың ҡурҡыу тойғоһон еңеү. Был акция сиктәрендә дауаханаларҙа һәм хоспистарҙа оҙайлы ауыр дауаланыу алған балаларға бүләктәр бирәләр.
Изге акцияға Ҡырмыҫҡалы ауылының С.М. Чугункин исемендәге мәктәбенең 2-се “а” класы уҡыусылары ла дәррәү ҡушылды. Улар ата-әсәләре, класс етәкселәре Гөлнара Әхмәт ҡыҙы Кәримова менән бергә республиканың йоғошло ауырыуҙар дауаханаһында ятҡан балалар өсөн бүләктәр йыйыуҙа ҡатнашты. Уҡыусылар ауыр сирҙәр менән көрәшкән балаларҙы ҡыуандырыу өсөн канцелярия тауарҙарын йыйҙы.
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас