

Ҡырмыҫҡалы ауылының С.М.Чугункин мәктәбендә уҡыусылар махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугир менән осрашты.
Мәктәптең 6-8-се класс уҡыусылары өсөн махсус хәрби операция биләмәһенән ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан “Борисыч” позывнойлы яугир менән батырлыҡ дәресе үтте. Яугир балаларға Рәсәй һалдаттарының батырлығы, әрме хеҙмәтенең әһәмиәте, Ватанға һөйөү, илебеҙ именлеге, хәрби бурысты үтәү тураһында бәйән итте. Ул хәҙерге заман һалдаты өсөн физик әҙерлек кенә түгел, төплө белем, теге йәки был хәл килеп сыҡҡанда тиҙ арала дөрөҫ ҡарар ҡабул итә алыу, рухи үҫешкә әҙер булыу сифаттары ла мөһим булыуын билдәләне. Шулай уҡ “Борисыч” һалдаттар өсөн уның туғандарының һәм бөтә йәмғиәттең иғтибары һәм ярҙамы бик мөһим булыуын әйтте. Ул балаларға яҙған хаттары өсөн рәхмәт белдерҙе.
Әңгәмә барышында уҡыусылар яугиргә үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙе.
Әйткәндәй, сауаплы эштән уҡыусылар ҙа ситтә ҡалмай. Улар махсус хәрби операция биләмәһендәге һалдаттарға хаттар яҙа, гуманитар ярҙам йыйыуҙа ҡатнаша.
- Яҡташтарҙың йылы эстәлекле хаттары, тыуған яҡтан посылкалар һәр хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең күңелен йылыта, хәрби рухын күтәрә. Был бик мөһим һәм кәрәкле эш, - тине яугир.
Осрашыу аҙағында уҡыусылар уға батырлыҡтары өсөн ҙур рәхмәт белдерҙе, һаулыҡ, именлек һәм тиҙ арала еңеү менән ҡайтыуҙарын теләп, хаттар тапшырҙы.
Яҡташыбыҙ Иҫке Бәпес ауылында ишле ғаиләлә тыуған. Армияла ике йыл хеҙмәт иткәндән һуң, Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөп, тағы ла Рәсәй Армияһында хеҙмәткә ҡала. Хеҙмәт осоронда Чечен Республикаһында контртеррористик операцияла ҡатнаша. 2016-2019 йылдарҙа контракт буйынса Абхазия Республикаһына тактик төркөм батальонында хеҙмәт итә. Уҙған йылдың апрелендә хәрби тәжрибәһе булған яҡташыбыҙ тағы ла Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөп, махсус хәрби операция зонаһына юллана. Бөгөнгө көндә “Борисыч” өлкән лейтенант дәрәжәһендә 1435-се штурмлаусы полктың психологик хеҙмәт начальнигы булып хеҙмәт итә.
- Һалдаттарыбыҙ арыған, ҙур баҫым кисерәләр. Улар менән психологик эш алып барабыҙ, төрлө яҡлап ярҙам итергә тырышабыҙ,- ти ул.
Яҡташыбыҙ ҡыҫҡа ялдан һуң йәнә алғы һыҙыҡҡа китте. Илебеҙ тыныслығы өсөн көрәшкән яугирҙәргә еңеү менән ҡайтырға, шул иҫәптә ҡыйыу, патриотик рухлы “Борисыч”ҡа иҫән-һау әйләнеп ҡайтырға булһын.
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.