Даирә
+30 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
4 Декабрь 2025, 11:27

Айыҡ тормош яҡлылар

“Айыҡ ауыл” конкурсын үткәреү матур йолаға әүерелде һәм йылдан-йыл уға ҡыҙыҡһыныу арта бара.

Айыҡ тормош яҡлыларАйыҡ тормош яҡлылар
Айыҡ тормош яҡлылар

“Айыҡ ауыл” конкурсын үткәреү матур йолаға әүерелде һәм йылдан-йыл уға ҡыҙыҡһыныу арта бара. Сәләмәт тормош алып барыу­ҙы, айыҡлыҡ өсөн көрәшеүҙе маҡсат итеп ҡуйған конкурс киләсәккә өмөтлө ҡараш уята.
Үткән аҙнала район хакимиәтенең ҙур залында республика конкурсының район этабы сиктәрендә конкурс материалдарын яҡлау үтте. Конкурста дүрт ауыл ҡатнашырға теләк белдерҙе. Яңы Ҡыйышҡы, Ҡамышлы, Прибельский һәм Һәүәләй ауыл Советтары ауыл биләмәләре “Айыҡ ауыл” исеме өсөн көрәштә үҙ проекттарын яҡланы.
Муниципаль кимәлдәге конкурс комиссияһы ҡатнашыусыларҙың презентация материалдарын юғары баһаланы һәм конкурстың республика этабында район намыҫын яҡлаусы дәғүәсене билдәләне. Шулай итеп Яңы Ҡыйышҡы ауыл Советы биләмәһенә ҡараған Һарт-Шишмә ауылы конкурстың муниципаль этабында еңеү яуланы.
Муниципаль район хакимиәте башлығы Әлфир Сабиров еңеүселәргә Дипломдар һәм аҡсалата сертификаттар тапшырҙы. Беренсе урын яулаусы бюджеттан 100 мең һум күләмендә ярҙам алды.
- Ауылдаштарымды еңеүҙәре менән ҡотлайым. Яңы идеялар, күләмле саралар, республика кимәлендә еңеүҙәр теләйем! Барлыҡ ҡатнашыусыларға, ауыл активына рәхмәт белдерәм. Шулай уҡ Бишауыл-Уңғар һәм Һарт-Наурыҙ ауылы халҡын конкурста еңеүҙәре менән ҡотлайым. Беҙ барыбыҙ ҙа дөрөҫ юл менән барабыҙ. Өлгәшелгәндәр менән генә туҡтап ҡалмаҫҡа. Иң мөһиме, конкурс сиктәрендә беҙ балаларыбыҙ күңеленә изгелек, айыҡлыҡ, сәләмәт тормош алып барыу орлоҡтарын сәсергә тейешбеҙ,- тине Яңы Ҡыйышҡы ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы Фәнзиә Өмәтҡолова.
Проект халыҡтың әүҙемлеге арҡаһында уңышлы тормошҡа ашырыла. Хатта иң бәләкәй тораҡ пункттар ҙа алкоголгә ҡаршы проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа әүҙем ҡатнаша һәм ҙур һөҙөмтәләргә өлгәшә.
Һарт-Шишмә ауылы халҡын еңеүҙәре менән ихлас ҡотлайбыҙ һәм “Айыҡ ауыл” конкурсының республика этабында уңыштар һәм, әлбиттә, еңеү теләйбеҙ!
Фирүзә ЙӘМИНЕВА.

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас