Даирә
+30 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
3 Декабрь 2025, 16:22

Ят ярлыҡамаҫ, үҙеңдеке үлтермәҫ

Юҡ, бер көн тормайым был аҙғындар менән, ялған тормош кәрәкмәй, булғас ысын һөйөү, бәхетле ғаилә булһын, ә һеңлем менән икәүбеҙгә бер ир кәрәкмәй, илдә сәпсек үлмәй, үлмәҫбеҙ. Урам буйында ла ҡалмаҫбыҙ, бәпесем, әсәйемә лә ҡайтып һыйынмаҫмын, ике балаһын ике төрлө яратҡан, бер ҡыҙының бәхетенә була икенсе ҡыҙын алдаған әсәйгә беҙ кәрәк түгел, теге көндә лә ҡабаланып ҡайтып китте, белә тороп, әйтмәйенсә, һөйләшеүҙән ҡасты...

Ят ярлыҡамаҫ, үҙеңдеке үлтермәҫЯт ярлыҡамаҫ, үҙеңдеке үлтермәҫ
Ят ярлыҡамаҫ, үҙеңдеке үлтермәҫ
Ғәлиә апай бик иртә тол ҡалһа ла, ҡабатлап кейәүгә сыҡманы, ҡыҙҙарым тип кенә йәшәне. Уларға дөрөҫ тәрбиә биреп, икәүһен бер тигеҙ яратып иркәләп, тәртипле,тәүфиҡле булырға өйрәтеп, юғары белемле, илгә кәрәкле кешеләр итеп үҫтерергә тырышты. Ҙур ҡыҙы Зөлфиә, өндәшмәҫ кенә, әсәһе нимә әйтһә шуны тыңлап, ҡыҙҙар егеттәр менән артыҡ аралашып бармай, бөтә буш ваҡытын бары уҡыуға бағышлап үткәрһә, бәләкәсе Гөлфиә тап киреһе Зөлфиәнең. Шытып сығып бара, бөтә кеше менән тиҙ уртаҡ тел таба, ҡайҙа йөрөһә лә юғалып ҡалмай, оялып тороу тигән нимәне белмәй, уҡыу тип артыҡ иҫе китеп бармай. Кистәрен Зөлфиә китап уҡып йә бәйләм бәйләп үткәрһә, Гөлфиә биҙәнеп төҙәнеп клубҡа ашыға.
–Әсәйем, минең өсөн борсолма, мин үҙемде беләм. Һин ана Зөлфиәңде уйла, бәйләм бәйләп өйҙә ултырып, ҡарт ҡыҙ булып кейәүгә сыға алмай ултырып ҡалмаһын. Уның бит әле ошо йәшенә етеп үбешкәне түгел, хатта бер егет менән дә етәкләшеп тә йөрөгәне юҡ, – тип көлөп, ҡапҡа төбөндә һандуғас булып һайраған егетенә ҡаршы йүгерә.
Әсәһенең: – матур йөрө ҡыҙым! – тип әйткән тауышы ишектә ҡыҫылып ҡала.
– Ҡыҙым, гел генә уҡыуға бирелеп, китап ҡосаҡлап ултырырға тимәгән, Гөлфиә менән сығып йөрөп килер инең, йәштәр менән аралашып, класташтарың менән күрешеп, күңел асып ҡайт, тип әйтеп ҡараһа ла Ғәлиә апай, Зөлфиә клуб, дискотека, киске уйын тип ваҡыт үткәреп йөрөмәне. Уҡып та, әҙ генә булһа ла әсәйемә ярҙамға тиеп эшләп тә өлгөрҙө. Уҡып бөтөп ҡулына диплом алған көндө, етеш ғаиләлә бер үҙе генә үҫкән, дуҫлашып йөрөгән ҡала егете Дим кейәүгә сығырға тәҡдим иткәс, оҙаҡ уйламай риза булды.
– Апайың яныңда, күҙ-ҡолаҡ булыр үҙеңә, кәрәк саҡта ярҙам итер, – тип Ғәлиә апай Гөлфиәне ла шул уҡ ҡалаға уҡырға ебәрҙе.
Ике ҡыҙы, ике ҡанаты бер юлы тиерлек остолар атай-әсәй йортонан. Аллаға шөкөр, ҡыҙҙарым да ҙурайҙылар, бәхетле генә булһындар, туғанлыҡ ептәрен өҙмәй, бер- береһенең ҡәҙерен белеп, йөҙөмә ҡыҙыллыҡ килтермәй,татыу ғүмер итһендәр,тип теләне әсә.
Әсәләрҙең һәр теләге һис ҡаршылыҡһыҙ ҡабул булһа ине...
Апайы менән еҙнәһенең өс бүлмәле фатирына килеп ингәс Гөлфиә һоҡланыуын йәшермәй: – Вот, кеше нисек йәшәй ҡалала, һеҙ икәүгеҙгә генә был фатирҙа куңелһеҙ түгелме, апай әллә мин дә һеҙҙә генә йәшәп торайыммы, ятаҡхананың тар бүлмәһенә, тимер карауатына берҙә генә күңел тартмай, – тип, еҙнәһенән берҙә уңайһыҙланып тормай тәтелдәй ҙә башланы.
Апайы бөтөнләйгә үҙҙәрендә йәшәргә рөхсәт бирмәне, әммә,”теләгән ваҡытта килеп йөрө, ишек һәр ваҡыт асыҡ һиңә туғаным”, тип йылмайып өндәште. Гөлфиә ике көндөң берендә апайы менән еҙнәһендә, ҡайһы ваҡыт йоҡларға ла ҡала ине.
 
- Апай, мин һинең урында булһам был мебелде бында күсерер, был иҫкеһен сығарып ташлар инем, хәҙер был балаҫтарҙың модаһы үтте, был люстраны алыштырыр кәрәк, – тип һүҙ башлағас, Зөлфиә уға, – был тормошта һәр кемдең үҙ урыны булырға тейеш, һин минең урында бер ҡасан да булмайһың, был беҙҙең, еҙнәйең менән минең өйөм, беҙҙең өй, беҙҙең ғаилә, беҙҙең тормош. Зинһар беҙҙең араға ҡыҫылып, беҙгә нисек нимә үҙгәртергә, нисек йәшәргә өйрәтмә. Уҡыуыңды ғына уйла, өлгөрөрһөң кейәүгә сығырға, булыр һинең дә үҙ ғаиләң, үҙ йортоң, был тормошта үҙ урының, – тип урынына ултырта әйтте Гөлфиәне. Апайының шулай ҡаты итеп уҫал һөйләшеүе оҡшаманы уға. Бер аҙ үпкәләп килмәй ҙә торғайны уларға, үпкәһе оҙаҡҡа етмәне шул, тағы килә башланы. Тик хәҙер ул апайы алдында телен тыйып һөйләшһә, ул өйҙә юҡ саҡта еҙнәһенә яҡыныраҡ һыйынды. Зөлфиәнең эштән ҡайтыуына ашарға бешереп, эштән асығып ҡайтҡан еҙнәһенең тамағына ашатып,ҡашығаяҡты йыуып ҡуя.
 
 
–Балдыҙ бөгөн тәмле итеп тауыҡ бешергән, балдыҙҙың билмәндәре, ҡоймаҡтары тәмлерәк килеп сыға, – тип Дим ҡайһы ваҡыт Зөлфиәне көнләштереп тә ала. Гөлфиә ашарға бешерергә өйрәнгән ваҡытта әсәйемдән, мин китап ҡосаҡлап ултырғанмын күрәһең тип көлөп яуап бирә ул иренә.
Зөлфиә ауырға ҡалғас бигерәк мыжыҡҡа әйләнеп китте, көс-хәл менән эшкә барып ҡайта ла, ятыу ғына яғын ҡарай. Димдең: – Әйҙә саф һауала йөрөп киләйек, һиңә файҙалы – тип әйтеүенә, – юҡ, арыйым, хәлем юҡ, ана балдыҙың менән йөрөп килегеҙ тип яуаплай, үҙ ҡулы менән ирен һеңлеһенә этәрә икәнен аңламай шул.
Тәүҙә былай ғына парк буйлап йөрөйҙәр еҙнә балдыҙы менән, һуңынан кафеларға туҡталалар, киске саф һауала йөрөүҙәр көн дә ҡабатлана башлай. Уларҙы белмәгән кеше,"бәхетле пар"тип һоҡланып ҡарайҙар. Ситтән ҡарағанда улар ысынлап та бер-береһен өҙөлөп һөйгән ир менән ҡатын һымаҡ күренә ине.
Бәпәй табырға ваҡыт етеп килгәндә Зөлфиәне больницаға һалалар, ә Гөлфиә бөтөнләйгә еҙнәһенә күсеп килә.
 
- Ярай, еҙнәйеңә ашарға бешереп, күҙ-ҡолаҡ булып тор, һәр аҙымын миңә һөйләргә онотма, – тип Зөлфиә тағы шаяртыуға бора.

Киске ашта,"для аппетита"тип кенә эсеп башланған ҡыҙыл шарап икәүһенең дә күңелен күтәреп ебәрҙе, бер генә шарап менән туҡтап ҡалманылар, тағы берәү ҡунаҡланы өҫтәл өҫтөнә.
Ваннанан һуң апайының ҡыҫҡа халатына ғына төрөнөп сығып, кухняла ҡашығаяҡ йыуып йөрөгән Гөлфиәне, еҙнәһе арттан килеп ҡосаҡлап, асыҡ муйынынан, һыу сәстәренән үбеп алды, тиктормаҫ ҡулдары уның яланғас аяҡтары буйлап өҫкә, халат аҫтына ынтылды, уның һомғол кәүҙәһен ошо сепрәк киҫәге генә ҡаплап тора, башҡаса бер нимә лә... Көттө Гөлфиә ошо минуттарҙы, инде ҡасандан бирле теләй ине ул еҙнәһен... Гөлфиәнең ҡаршы түгел, рәхәтлектән күҙҙәрен йомоп онотолоуын, уға бирелергә теләген аңлаған еҙнәй кеше, балдыҙы бына бына күҙҙәрен асып, кире уйлап ҡуйыр тигән һымаҡ, ҡабаланып, ҡалтыранған ҡулдары менән халат билдегенә йәбеште. Йәш тәнде яланғасландырып ауыр, ҡалын халат еңел генә иҙәнгә ҡарай шыуҙы... Гөлфиәнең асыҡ яурындарын ҡаплап торған һыу сәстәренән, арҡаһынан үбеп, шул аш-һыу бүлмәһендә үк еҙнәһе уны үҙенеке итте. Гөлфиәгә рәхәт ине, ул апайы Зөлфиәне лә, бер-берегеҙҙе хөрмәт итеп, бәхетле татыу булығыҙ тип теләгән әсәһен дә уйламаны был минуттарҙа....

 
Зөлфиә менән ҡыҙы больницанан ҡайтҡансы Дим Гөлфиә менән булды. Улар яңы өйләнешкән егет менән ҡыҙ кеүек һәр сәғәттәрен бергә, һәр буш ваҡыттарын постелдә үткәрҙеләр. Оҡшай ине Димгә ҡыҙыу, ояла белмәгән, дәртле балдыҙы. Ете төн уртаһына тиклем йоҡламай иркәләүе...
Бәпес күрергә, исем туйына килгән Ғәлиә апай күрҙе кесе ҡыҙының кейәүе менән аш-һыу бүлмәһендә ҡосаҡлашып үбешеп торған саҡтарында. Аулаҡ ваҡыт табылманы кейәүе менән менән һөйләшергә уның, теләге лә булманы. Зөлфиәнең ай-вайына ҡарамай, ул ҡапыл ҡайтырға тип юлға йыйына башланы, үҙемде насар тоям, Гөлфиә минең менән берәр аҙнаға ауылға ҡайта, тип уға ла йыйынырға бойорҙо. Бәпес менән мәж килгән Зөлфиә уны-быны һиҙмәне лә, ундай уйҙар башына ла инеп сыҡманы. Кейәүе генә Гөлфиә менән айырылырға теләмәй, ҡәйнәһе алдында башын баҫып, күҙен йәшереп Зөлфиә менән бәпес тирәһендә уралды.
Ауылға ҡайтҡас Ғәлиә апай Гөлфиә менән ҡаты һөйләшеү үткәрҙе.
–Кеше бәхетенә үрелергә ней хаҡын бар? Ул бит һинең еҙнәйең, бер туған апайыңдың ире, ниндәй күҙҙәр менән апайыңа ҡарарға уйлайһың, егеттәр бөткәнме һиңә, барма башҡаса уларға, төшмә уларҙың араһына, – тип илап үтенде. Гөлфиә әсәһенән ғәфү үтенеп, яңылыштым, башҡаса был хәл ҡабатланмаясаҡ тип һүҙ биреп, ике көндән кире ҡалаға, һөйгәне янына ашыҡты.
Ҡыҙын имеҙеп ятып, үҙенең дә күҙе эленеп ҡалған Зөлфиәнең. Уянғас та бәпесте уятырға ҡурҡып ятҡан Зөлфиәнең ҡолағына аш-һыу бүлмәһендә сыҡҡан тауыштар ишетелде.
- Әллә Гөлфиә килеп тә еткән инде, әсәйем ни хәлдә ҡалды икән, ауырып торам тей ине бит, ниңәлер аңлайышһыҙ ҡапыл ғына ҡайтып киткәйне, һорашып хәлен белергә кәрәк,әлегә бәпесем йоҡлағанда бергә-бергә сәй эсеп алырбыҙ, – тип уйлап һаҡ ҡына баҫып ул аш-һыу бүлмәһенә ыңғайланы.

–Мин нишләргә тейеш, хәҙер, ошо ваҡытта, яңы тыуған ҡыҙым менән уны, мин һеңлеңде яратам тип урамға ҡыуып сығарайыммы? –иренең тауышы уны туҡтарға мәжбүр итте.
– Ә беҙ? Мин хәҙер яңғыҙ түгел, минең дә йөрәгем аҫтында һинең ҡаның, һинең балаңдың йөрәге тибә. Беҙҙе һин урамда ҡалдыра алаһыңмы? Әсәйемә ҡайтып йәшәй алмаҫбыҙ, теге көндө лә ауылға ҡайтҡас, икебеҙ өсөн мин бер үҙем уның алдында яуап бирҙем, миңә нимә эшләргә тәҡдим итәһең? Абортҡамы? Үҙ балаңды үлтерергә ризаһыңмы? – тигән һүҙҙәре Гөлфиәнең Зөлфиәне бөтөнләй туҡтарға, артабан тыңларға мәжбүр итте.
– Юҡ, абортҡа бар йәки тап тип әйтә алмайым, үҙең хәл ит, тапһаң да ташламаҫмын һеҙҙе, әлегә һеҙ берәй түләүле фатирҙа йәшәп торорһоғоҙ, аҙаҡ күҙ күрер, – тип кенә ҡотола алманы Дим Гөлфиәнән...
– Һиңә ике көн ваҡыт, Зөлфиәгә беҙҙең турала әйт, аңлат. Йә үҙем һөйләйем уға беҙҙең бер беребеҙҙе яратыуыбыҙҙы, күптән инде бергә икәнебеҙҙе, беҙҙең дә бәпес көтөүебеҙ хаҡында. Ауылға ҡайтып йәшәһендәр. Әсәйем уларҙы урамда ҡалдырмаҫ,ә мине ҡорһаҡ менән күрергә лә теләмәҫ, – тип ныҡышты Гөлфиә.
Артабан нимә тураһында һүҙ барғандыр, Зөлфиә ишетмәне, ул стенаға һөйәлгән килеш яйлап аҫҡа ҡарай сүкте, ҡолағы шаулай, ҡайнар күҙ йәштәре тулып түгелде, тамағына килеп тығылған төйөрҙө йота алмай аҙапланды, тауыш сығармаҫҡа тырышып көсләнеп үҙенең ҡулын тешләп, өнһөҙ генә һыҡтап иланы ул.
Нисек? Минең бергә уйнап үҫкән, бер туған һеңлем минең иремдән ауырлы? Беҙ бер әсә, бер ата балалары, беҙ бер туған... Әсәйем белгән, миңә әйтмәгән, нишләп? Нишләп минең күҙемә ҡарап һөйләмәгән? Әллә ул да үҙ фатихаһын биргәнме был аҙғынлыҡҡа?... Ҡайҙа барырға, ҡайҙа ҡасырға, нисек йәшәргә? Мин ирһеҙ ҡатын... Яңғыҙ балалы ҡатын.... Гөлфиә ауырлы... Дим хыянат иткән беҙҙең Мөхәббәткә... Минең ҡан туғаным, бер туғаным менән.... Башында ҡайнаған өҙөк йыртыҡ буталсыҡ уйҙарын йыйып бер епкә теҙә алмай иланы ла иланы Зөлфиә. Йоҡоһонан уянып, әсәһен таптырған бәпес тауышын да ишетмәй иланы....
Баланың туҡтауһыҙ илауына, Зөлфиә уянмай йоҡлай шикелле тип, Гөлфиәне ҡалдырып сыҡҡан Дим, ишек төбөндәге Зөлфиәне күргәс бер һүҙ әйтә, йыуата алманы, бер нисә секундҡа ғына туҡтап торғас янында, Гөлфиәгә ымланы, йәнәһе хәҙер бер кемгә лә һөйләп, аңлатып торорға кәрәкмәй... Ҡырын эш ҡырҡ йылдан һуң да беленә шул, тик был осраҡта ҡырҡ йыл көтөргә кәрәкмәне...
Ул үҙен ҡулға алып аяҡҡа баҫҡас, янындағы Гөлфиәгә, Димгә ҡарашы менән өтөп алырҙай итеп бер генә ҡараш ташлап, өндәшмәй балаһы янына ашыҡты, бәпес тиҙ тынысланды әсәһе ҡулында.
Юҡ, бер көн тормайым был аҙғындар менән, ялған тормош кәрәкмәй, булғас ысын һөйөү, бәхетле ғаилә булһын, ә һеңлем менән икәүбеҙгә бер ир кәрәкмәй, илдә сәпсек үлмәй, үлмәҫбеҙ. Урам буйында ла ҡалмаҫбыҙ бәпесем, әсәйемә лә ҡайтып һыйынмаҫмын, ике балаһын ике төрлө яратҡан, бер ҡыҙының бәхетенә була икенсе ҡыҙын алдаған әсәйгә беҙ кәрәк түгел, теге көндә лә ҡабаланып ҡайтып китте, белә тороп, әйтмәйенсә, һөйләшеүҙән ҡасты... Ул эстән генә, бәпесе менән һөйләште, бәпесенә бәхет теләне, ҡуйынында имеп ятҡан бала әсәһенән күҙҙәрен алмай текләне, әйтерһең ул әсәһенең уйҙарын уҡый....
Зөлфиә һымаҡ тырыш ҡатын юғалып ҡалмаҫ. Ваҡытлыса йәшәп торорға фатир, ҡыҙы Алтынай менән ултырырға нянька табып, эшенә сыҡты. Әсәһе менән дә, Гөлфиә менән дә күрешергә һөйләшергә теләмәне, ҡыҙыңды күрһәтмәҫкә хаҡым юҡ, килеп күреп йөрө, түлкә мин эштә саҡта ғына тип әйтеп, Димгә рөхсәт бирҙе килеп йөрөргә, яңылыш ҡына осрашҡан ваҡытта һөйләшмәне, бәпәй көткән һеңлеһенең хәлен һорашманы...

 
Бөгөн иртә менән асыҡ тәҙрәнән бер турғай осоп инде, ул тәҙрәгә, был тәҙрәгә барып һуҡлыҡты, сығыр урын тапманы, әллә хәле бөтөп, әллә Зөлфиәнән ярҙам һорап,ул йоҡлаған карауат янындағы ултырғысҡа килеп ҡунды, нимәлер әйтергә теләгәндәй сарсаған суҡыштарын асып ябып төрлө тауыштар сығарып маташты.
Сәғәт әле ете тулмаған кемдер ишек туҡмай, ҡошсоҡты тотоп тәҙрәнән осороп ебәргәс,һөйләнә һөйләнә барып ишек асты, Дим килгән икән.
– Һин әллә адрестарҙы бутаныңмы? Таң менән нимә кәрәк? Иҫереккә оҡшамағанһың эскән тиһәм?...
– Зөлфиә, туҡтап тор әле.... Гөлфиә юҡ. һине, мине, әсәйеңде, ҡыҙын ҡалдырып китте, бөтөнләйгә. Бәпесте ҡотҡарҙылар, ә Гөлфиәне юҡ, өлгөрмәнеләр, бөгөн төндә... Минең, һинән башҡа барыр кешем юҡ.... Ҡыума мине зинһар...
Уның һуңғы һүҙҙәрен Зөлфиә ишетмәне.... Эй Гөлфиә... Гөлфиә... Һылыуым минең, бәпесеңде ҡулыңа алып һөйөп тә өлгөрмәй киттең микән... Әйтер һүҙҙәрең дә булғандыр... Бәлки баяғы ҡошсоҡ булып, нейҙер әйтергә, еткерергә тип һин килгәнһеңдер?.. Ул теге ваҡыттағы һымаҡ үҙ-үҙенә бикләнеп һыҡтап ҡына иламаны, берсә күрмәгән, әсәйһеҙ ҡалған бәпесте, берсә әсәһен йәлләп, нисек уға әйтергә тип Гөлфиәнең үлемен, берсә әгәр һин булмаһаң тип Димде әрләп, һөйләнеп, ҡысҡырып иланы.... Уны,тауышҡа ҡурҡып уянған Алтынайҙың илауы ғына үҙен ҡулға алырға ярҙам итте...
Гөлфиәнең етеһен уҡытып, әсәйем, өҙгөләнмә, артыҡ ныҡ ҡайғыға һалышма, үҙеңде бөтөрөп ташлама, мин ҡалаға ҡайтам, тиҙ арала документтар юллап, ҡыҙымды барып алам больницанан, ят ярлыҡамаҫ үҙеңдеке үлтермәҫ...Туғанымдың йәне тыныс булһын, әгәр минең менән бер бер хәл булһа, Гөлфиә лә шулай уҡ итер, минең баламды яттар ҡулында ҡалдырмаҫ ине. Ҡыҙҙарым ата-әсәле бәхетле ғаиләлә үҫергә тейештәр, мин һиҙәм, Дим дә минең ошо һүҙҙәремде көтә, тере атайҙары булғанда ҡыҙҙар атайһыҙ үҫергә тейеш түгел,тип юлға йыйынды. Әсәһенең күҙҙәрендә тағы йәш, тағы илай, тик был күҙ йәштәре ҡыҙын юғалтыуҙан ҡайғырып түгелгән әссе күҙ йәштәреме, әллә ҡыҙының ошо ҡарарына ҡыуаныстан түгелгән татлы күҙ йәштәреме, Зөлфиә аңламаны...
Бәләкәй саҡтарында Гөлфиәне атаһы "Ҡарлуғасым" тип яратты һәр ваҡыт, әллә дөм ҡара сәстәренә, әллә ҡарлуғас ҡанатындай ҡыйғас ҡара ҡаштарына ҡарап шулай яраттымы, билдәһеҙ... Зөлфиә лә бәләкәсенә исемде Ҡарлуғас тип ҡуштырҙы, Дим менән Ғәлиә апай ҡаршы булманылар....
Алтынай менән Ҡарлуғас игеҙәктәр кеүек, бөтә ерҙә улар бергә.... Бәхетле генә булһындар ҡыҙҙар...
 
Авторы билдәһеҙ. 
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас