Даирә
+30 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
1 Декабрь 2025, 11:44

Йондоҙнамә (1 – 7 декабрь)

Аҙна яҡшы үтһен

Йондоҙнамә (1 – 7 декабрь)Йондоҙнамә (1 – 7 декабрь)
Йондоҙнамә (1 – 7 декабрь)

Ылаҡ (22.12 – 20.01) Аҙна бик һирәк килгәндәрҙең береһе булмаҡсы. Һүҙегеҙ һәр саҡта ла үтемле булыр. Ниндәй эшкә тотонһағыҙ ҙа, барыһы ла яҡшы барыр. Тик шаршамбынан һуң дөйөм хәлегеҙ кире яҡҡа үҙгәрер.

Һыуғояр (21.01 – 19.02)

Осор башында йондоҙҙар үтә һаҡ булырға кәңәш итә. Элекке һөйләшеүҙәр ҡыйынлыҡ менән барыр һымаҡ. Бәғзеләрҙе алдарға ла тырышырҙар, бәлки. Сығымдарығыҙға иғтибарлыраҡ булырға тырышығыҙ. Матди юғалтыуҙар кисереүегеҙ ихтимал.

Балыҡ (20.02 – 20.03)

Көндәр яҡшы килергә оҡшай. Кемдер был арала элекке хаталарын төҙәтер. Кемдер боҙолған мөнәсәбәттәрҙе тергеҙер. Кесе йомала эске тауышығыҙҙы тыңлағыҙ – ул дөрөҫ йүнәлеште күрһәтер.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)

Аҙна араһында ниндәйҙер яңы белем алырһығыҙ. Аҙаҡ бының һеҙгә кәрәге тейер. Көндәлек мәшәҡәттәр бер ниндәй ҡыйынлыҡ тыуҙырмаҫ. Ауыр саҡта ярҙамға килеүселәр табылыр.

Буға (21.04 – 21.05)

Көс-ғәйрәтегеҙ күҙгә күренеп артыр. Һәр аҙымығыҙ уңыш килтерер. Эшлекле һөйләшеүҙәр, эш сәфәрҙәре мотлаҡ һәйбәт уҙыр. Был арала йәмәғәт сараһында булырға тура килер. Унда ла үҙегеҙҙе яҡшы яҡтан күрһәтегеҙ.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)

Күптән борсоған мәсьлә буйынса яҡындар менән фекер алышырға форсат сығыр. Уның аҙағы бар яҡты ла ҡәнәғәтләндерер. Ижади кешеләр бигерәк тә уңыр. Бәғзеләр күптән күрмәгән дуҫтарын күрер.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)

Һеҙҙән һәр саҡ иғтибарлыҡ талап ителер. Бәхәстәр ҡәҙимгенән йышайыр. Үҙ өҫтөгөҙгә икеләнмәй яуаплылыҡ алһағыҙ, һуңынан бының әжере ҙур буласаҡ. Күпселектә үҙ көсөгөҙгә генә ышанығыҙ.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)

Аҙна ҡыйыныраҡ килһә лә, күпте булдырырһығыҙ. Шишәмбелә уңайлы мөмкинлекте күрергә тырышығыҙ, ул киләсәгегеҙгә йоғонто яһар. Йомала күпкә ынтылмағыҙ, булғанына ла шөкөр итегеҙ.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)

Башығыҙҙа күп кенә өмөтлө фекер тыуып торор. Ләкин уларҙы тормошҡа ашырырға әлегә мөмкинлектәр булмаҫ. Был арала яҡын кешеләрегеҙ менән дә ҡаршылыҡтар күбәйер, уртаҡ тел табыуы ауырлашыр.

Үлсәү (24.09 – 23.10)

Көндәр бер аҙ ҡатмарлы килер. Яҡшы таныш эштәрегеҙ ҙә ҡыйынлыҡтар менән барыр. Шулай ҙа шаршамбыла ыңғай ваҡиғалар ҙа булыр. Йомала күптән күрмәгән кешенең тауышын ишетерһегеҙ кеүек.

Саян (24.10 – 22.11)

Аҙна башында уяулыҡ юғалтмағыҙ. Бөтә эшегеҙ туҡтағандай күренер. Шулай ҙа ауырлыҡтарға бирешмәҫһегеҙ. Бәғзеләр был арала йәмәғәт сараларында ла ҡатнашыр.

Уҡсы (23.11 – 21.12)

Осорҙо әүҙем үткәрерһегеҙ. Элекке бәйләнештәрҙе нығытырһығыҙ, яңыларын да булдырырға мөмкинлек табырһығыҙ. Был арала һис тә көтмәгәндә килем алыуығыҙ ҙа бар. Йомалағы ҡатмарлы мәсьәләләрҙе еңел сисерһегеҙ.

ӨМӨТБАЙ.

Автор: Рөстәм Илтенбаев
 
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас