

Һәр кем үҙенең мөлкәте менән нисек кәрәк тип иҫәпләй, шулай бүлешергә хоҡуҡлы. Уның төрлө ысулы бар. Иң ябай һәм киң таралған ысулдарҙың береһе – васыятнамә яҙыу. Уға ғаилә ағзаһын ғына түгел, теләгән кешене йәки ойошманы индерергә мөмкин. Шул уҡ ваҡытта васыятнамәгә индерелмәһә лә, бөтә мөлкәт башҡаларға ҡалдырылһа ла, мираҫһыҙ ҡалмай торған яҡын туғандар була.
Кемдәр ул мираҫҡа дәғүә итеүселәр, ҡайһы осраҡта улар был хоҡуҡтан мәхрүм ҡала?
Закон һәм васыятнамә буйынса мираҫҡа инергә мөмкин
Беренсе осраҡта мәрхүмдең мөлкәте сират буйынса уның вариҫтары араһында бүленә. Иң беренсе балалары, ҡатыны йә ире, ата-әсәһе араһында. Улар булмаһа, икенсе сиратта – бер туғандары, олатай-ҡартатайҙары һәм өләсәй-ҡәрсәйҙәре килә. Өсөнсө – ике туғандары һәм артабан – туғанлыҡ араһы алыҫлаша барған тәртиптә башҡалар.
Әгәр ҙә кеше үҙе иҫән саҡта васыятнамә яҙған булһа, уның беренсе сираттағы вариҫтары ла мираҫһыҙ ҡалыуы ихтимал. Мөлкәтен мираҫҡа ҡалдырыусы аҡсаһы, күсемһеҙ милке һәм башҡа мөлкәтен кемгә ҡалдырырға – дуҫтарына, таныштарына йәки, мәҫәлән, берәй приютҡа – үҙе хәл итә. Шулай уҡ үҙенең ҡарары тураһында кем менәндер кәңәшләшергә лә һәм уның тураһында хәбәр итергә лә тейеш түгел.
Әммә ваысятнамәнең йөкмәткеһенә ҡарамаҫтан, мөлкәткә мотлаҡ вариҫтар дәғүә итергә хоҡуҡлы. Улар – мәрхүмдең бәлиғ булмаған һәм эшкә һәләтһеҙ балалары, шулай уҡ эшкә һәләтһеҙ ата-әсәһе, ире йә ҡатыны.
Эшкә һәләтһеҙҙәргә бөтә төркөм инвалидтар, шулай уҡ 55 йәште уҙған ҡатын-ҡыҙҙар һәм 60 йәштән өлкән ир-егеттәр инә. Был вариҫтың эшләү-эшләмәүе һәм пенсия алыуы ла мөһим түгел. Мәҫәлән, 40 йәштән пенсия ала башлаған 50 йәшлек шәфҡәт туташы мотлаҡ вариҫ иҫәбенә инә алмай. Ә 60 йәшлек эшсе, әле пенсияға сыҡмаған хәлдә лә, мотлаҡ өлөшкә эйә.
Шулай уҡ васыятнамәнән тыш, мираҫҡа мәрхүм менән туған булмаған хәлдә лә, уның ҡарауында йәшәүселәр дәғүә итә ала. Әммә бер шарты бар: бындай кеше мәрхүмдең үлеменә тиклем бер йыл уның ҡарауында булырға тейеш.
Мотлаҡ мираҫ өлөшөнөң күләме
Мотлаҡ мираҫҡа дәғүә итеүсегә аҡсаның йәки мөлкәттең закон буйынса мираҫҡа ингәндә алынғандың яртыһынан да кәм булмаған өлөшө тейеш. Мәҫәлән, мәрхүмдең бәлиғ булмаған ҡыҙы һәм улы иң тәүге вариҫтар булып тороу сәбәпле, уларға бөтә мираҫтың ½ өлөшө, йәғни ҡап яртыһы тейеш. Әгәр ҙә атаһы тик улы файҙаһына ғына васыятнамә яҙып ҡалдырһа, ул мөлкәттең ¾ өлөшөн ала, ә ҡыҙына ¼ өлөшө ҡала.
Әгәр ҙә васыятнамәгә мөлкәттең ниндәйҙер өлөшө генә индерелеп, ҡалғандары закон буйынса мираҫҡа ҡалдырылһа, ул саҡта тәүҙә мотлаҡ өлөш васыятнамәгә индерелмәгән өлөштән билдәләнә. Ә мираҫҡа дәғүә итеүсенең хоҡуғы васыятнамәлә күрһәтелгән мөлкәт иҫәбенә ҡәнәғәтләндерелә.
Мәҫәлән, атһы йә әсәһе улына мираҫҡа фатир ҡалдырған, ә васыятнамәлә автомобилде иҫкә алмаған. Әгәр ҙә автомобилдең хаҡы бөтә мөлкәт хаҡының ¼ өлөшөнән кәм түгел икән, ул мираҫ ҡалдырыусының ҡыҙына ҡала, ә фатир тулыһынса улына күсә. Юғиһә васыятнамә буйынса вариҫҡа һеңлеһе менән күсемһеҙ милекте бүлешергә тура киләсәк.
Мотлаҡ вариҫтарға, башҡаларға кеүек үк, фатир, машина, аҡса ғына түгел, мәрхүмдең бурысы ла мираҫҡа ҡала. Ул мираҫҡа алынған мөлкәттең суммаһынан артырға тейеш түгел. Шуға ярашлы, мотлаҡ вариҫ, башҡалар кеүек үк, мәрхүмдең бурыстары буйынса яуап бирергә теләмәгән осраҡта һәм башҡа сәбәп буйынса мираҫтан баш тарта ала.
Өлөштән мәхрүм итеү
Суд тәртибендә лайыҡ түгел тип табылған вариҫтар мотлаҡ өлөшкә дәғүә итә алмай. Уларға ата-әсәлек хоҡуғынан мәхрүм ителеүселәр, шулай уҡ мираҫ ҡалдырыусыны ҡарау буйынса бурыстарын үтәүҙән ҡасып йөрөүселәр инә. Тағы ла мираҫты законһыҙ юл менән алырға тырышыусы вариҫтар ҙа, мираҫҡа лайыҡ түгел, тип таныла. Бынан тыш, мотлаҡ вариҫтың өлөшөн кәметергә мөмкин. Бындай ҡарарҙы суд мотлаҡ өлөшкә хоҡуғы булған вариҫтарҙың милек хәлен иҫәпкә алып хәл итә.
Вариҫтың мираҫ ҡалдырыусы менән күптән аралашмауы уны мотлаҡ өлөштән мәхрүм итеүгә сәбәп була алмай. Эксперттар фекеренсә, был нормаға төҙәтмәләр индереү талап ителә. Шулай уҡ ҡайһы бер башҡа нәмәгә лә асыҡлау индереү тураһында фекер алышыуҙар бара. Әйтәйек, “эшкә һәләтһеҙлек” тигән төшөнсә һәм мотлаҡ вариҫтың милки хәлен иҫәпкә алыу...
Ирле-ҡатынлыларҙың мотлаҡ өлөшө
Мираҫ ҡалдырыусы никахта булһа, уның мөлкәте закон йә васыятнамә буйынса һәм мотлаҡ вариҫтар араһында бүленерҙән алда унан иренең йәки ҡатынының өлөшө алына. Ул – ғаилә парҙарының никахта булған осраҡта тупланған мөлкәтенең ҡап яртыһы. Ул бүленәсәк мираҫҡа инмәй, ә мәрхүмдең ҡатынына (иренә) ҡала.
Шуны иҫәпкә алырға кәрәк: был өлөш әле айырылышҡан парҙарға ла ҡағыла. Мәрхүмдең мөлкәте никахта булған осорҙа алынып, айырылышҡандан һуң уны бүлешмәгәндәр икән, тәүге ҡатыны йәки ире бергә алынған мөлкәттең ½ өлөшөнә дәғүә итә ала. Хатта ул вариҫҡа яҙылған осраҡта ла.
Тағы ла шуны белергә кәрәк: мәрхүмдең вариҫтары уның ҡатыны йәки ире менән дөйөм мөлкәттән уның өлөшөн мираҫҡа ала алалар, хатта ул мираҫ ҡалдырыусыға түгел, ә уның элекке тормош иптәшенә яҙылған булһа ла. Әгәр ҙә элекке ире йә ҡатыны бының менән килешмәй икән, улар судта был мөлкәттә мираҫ ҡалдырыусының өлөшө булмауын иҫбат итергә тейеш. Вариҫтарға иһә шуның киреһен иҫбатлау зарур.
Мотлаҡ вариҫтарҙың хоҡуғын яҡларға нотариус ярҙам итә. Ваысятнамә яҙғанда ул мөлкәтен ҡалдырыусыға мотлаҡ һәм ир-ҡатын өлөшөн бүлеүҙең бөтә нескәлеген аңлата. Мираҫ эшен асҡанда васыятнамә бармы-юҡмы икәнен, мираҫҡа хоҡуғы булып та был документта күрһәтелмәгән кешеләрҙең булыу-булмауын асыҡлай. Бәйләнеш саралары булһа, мотлаҡ вариҫтарҙы мираҫҡа ҡалдырылған мөлкәттә уларға өлөш булыуы хаҡында иҫкәртә.
Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.