+30 °С
Болотло


Раббыбыҙ бүләк иткән ғүмеребеҙгә, күреү-ишетеү, кеше менән аралашыу-һөйләшеү, үҙ аяғыбыҙҙа йөрөү бәхете биргәнгә әлхәмдулилләһ шөкөр. Һәр атҡан таңыбыҙға, яңы көнөбөҙгә мең рәхмәт! Аллаһы Тәғәлә ошо бәхеттән айырмаһың, ҡыуанып-шатланып, рәхмәтле булып йәшәргә яҙһын ин шәә Аллаһ.
Һәр беребеҙгә хәйерле, бәрәкәтле ғүмер, ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, рух ныҡлығы, иман байлығы, ике донъя бәхете, күңел тыныслығы бирһен. Донъялар тынысланып, махсус хәрби операцияла йөрөгән яугирҙарға иҫән-һау әйләнеп ҡайтырға насип булһын ин шәә Аллаһ.
Фото интернеттан.