

Алмалы
раузалар
Был тәмлекәсте көтмәгәндә ҡунаҡтар килһә бешерергә мөмкин: әллә ни күп ваҡыт талап итмәй. Әлбиттә, ҡатлы (слоеное) ҡамырҙы үҙеңә әҙерләргә лә була. Ә мин бындай осраҡҡа магазинда һатылған әҙер туң ҡамыр тотам.
Өс ҡыҙыл алманы йыуып, орлоғонан таҙартып, йоҡа ғына телемдәргә турарға. 100 мл һыуға ике ҡалаҡ шәкәр (әгәр ныҡ татлыны яратмайһығыҙ икән, аҙыраҡ алығыҙ) һәм туралған алмаларҙы һалып, йомшарғансы ҡайнатырға.
500 г ҡатлы ҡамырҙы йоҡартып йәйергә лә, 5 см яҫылыҡта таҫмалар ҡырҡырға. Оҙонлоғо 15 см тирәһе булырға тейеш. Ҡамыр таҫмаларына бешкән алма телемдәрен теҙеп кенә һалып, рулет итеп төрөргә. Уларҙы пергамент ҡағыҙы йәйелгән табаға һалып, 180 градус ҡыҙыулыҡтағы мейестә 25 минут бешерергә. Табынға биргәндә алмалы раузаларға шәкәр оно һибергә.
Ҡатлы
печеньелар
1,5 стакан онға 200 г аҡ май, бер стакан шәкәр, бер йомортҡа һарыһы, самалап тоҙ һәм 50 г ваҡланған миндаль сәтләүеге һалып, ҡамыр баҫырға. Уны ике өлөшкә бүлеп, һәр береһен полиэтилен шыптырға һалып, бер сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуйып торорға.
Ул арала крем әҙерләргә: 10 процент ҡуйылыҡтағы һөт өҫтөн (сливки) уттан ҡайнап сығыр-сыҡмаҫтан алып, 400 г ваҡланған һөтлө шоколад һалып, тулыһынса иреп бөткәнсе болғатырға. Һыуынғас, бер сәғәткә һыуытҡысҡа ултыртырға.
Ҡамырҙы ике пергамент ҡағыҙы араһына һалып, йоҡа итеп йәйергә. Ҡағыҙҙың өҫкө өлөшөн алып, ҡамырға бер аҙ он һибеп, стакан менән түңәрәктәр киҫергә. Был түңәрәктәрҙе пергамент ҡағыҙ йәйелгән табаларға теҙеп, 15 минутҡа һыуытҡысҡа ҡуйырға. Артабан печеньены 200 градус ҡыҙыулыҡтағы мейестә 10 минут бешерергә.
Бер печеньеның уртаһына шоколадлы кремды һылап, икенсеһе менән ҡапларға һәм бер аҙ ҡыҫып ҡуйырға. Уларҙы шулай “парлап” бөткәс, өҫтөн ҡалған крем һәм ваҡланған миндаль менән биҙәргә мөмкин.
Грушалы “дерелдәк”
Өс грушаны әрсеп, үҙәген алғас, һәр береһен 6 – 7 өлөшкә бүлеп, ике стакан һыу ҡойоп, талғын утта йомшарғансы бешерергә. Артабан һыуынан алып, блендер менән иҙергә.
1 – 1,5 ҡалаҡ желатинды 50 мл йылымыс һыуға һалып, 15 минут тирәһе бүрттерергә. Грушалар ҡайнатҡан һыуҙы һөҙөп алып, бер стакан шәкәр ҡушырға. Ул тулыһынса иреп бөткәнсе бутай-бутай талғын утта ҡайнатырға. Утын һүндергәс, желатинлы һыуҙы ҡушып бутарға ла, һыуынғансы ултыртып торорға. Аҙаҡ уға груша иҙмәһен ҡушып, яҡшылап бутарға. Артабан десерт һауыттарына һалып, ҡатҡансы һыуытҡысҡа ҡуйырға. Табынға биргәндә өҫтөн бөтнөк япрағы, гранат емештәре менән биҙәргә мөмкин.
Гөлнур ҠЫУАТОВА әҙерләне.
Сығанаҡ:https://ye102.ru/articles/mahsus/2025-11-26/yondo-lo-tabynda-s-mb-l-moratova-4479153