Даирә
+30 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
26 Ноябрь 2025, 16:46

Ялған хәбәр таратҡан өсөн – төрмәгә

«Урал авиалиниялары» стюардессаһы ауыл чатында ялған хәбәр таратҡан.

Ялған хәбәр таратҡан өсөн – төрмәгәЯлған хәбәр таратҡан өсөн – төрмәгә
Ялған хәбәр таратҡан өсөн – төрмәгә

Мәскәү өлкәһенең Видновск ҡала суды «Урал авиалиниялары» стюардессаһы Варвара Волкованы 7 йылға колонияға хөкөм итә. Был хаҡта Мәскәү өлкәһе дөйөм юрисдикция судтарының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

 

Волкованы «РФ Ҡораллы көстәре хаҡында  ялған мәғлүмәтте халыҡҡа  таратыу» статьяһы буйынса ғәйепле тип табалар. Судта ҡыҙҙың Сапроново ауылы халҡының телеграм чатында Рәсәй армияһының эшмәкәрлеге тураһында ялған мәғлүмәт урынлаштырыуы асыҡлана.

Билдәле булыуынса, ғәйепләнеүсе «Урал авиалиниялары»авиакомпанияһында стюардесса булып эшләгән.

Уның чатҡа яҙған хәбәренә бер хәрби иғтибар итә. Артабан уның хәбәрен телеграм-каналдарҙа тараталар.

Хәҙер ҡыҙ язаны дөйөм режимлы колонияла үтәсәк.

Автор:Гөлнара Солтанова
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас