+30 °С
Болотло


Йорт хужабикәһе әйтеүенсә, янғын сығыр алдынан уға элекке ире килгән була. Әйткәндәй, 35 йәшлек ир бер-нисә тапҡыр хөкөм ителгән. Уны өйгә индермәгәстәр, был әҙәм ғауға ҡуптарған. Бәхәс ваҡытында ир бысаҡ менән янап, асыуланып ҡайтып киткән. Бер аҙҙан бензин алып килеп, йорттоң ишек алдына һипкән һәм ут төрткән.
Бәхеткә күрә, янғынды ваҡытында һүндереп өлгөргәндәр. Был ваҡытта өйҙә йортта хужабикәнән һәм ете йәштән 15 йәшкә тиклемге дүрт бала булған.
Полиция хеҙмәткәрҙәре ғәйепләнеүсене ҡулға алған. Ваҡиға сәбәптәре асыҡлана.