+30 °С
Болотло


2 ташҡабаҡ, 2 картуф, 1 кишер, 1 һуған, 100 мл 15-20 процентлыҡаймаҡ, 500-600 мл һыу, тәменсә тоҙ,борос, 1 аш ҡалағы үҫемлек майы.
Бөтә йәшелсәләрҙе таҙартығыҙ һәм ҙур киҫәктәргә турағыҙ. Һуған һәм кишерҙе майҙа бер аҙ ҡыҙҙырығыҙ. Уға ташҡабаҡ, картуф өҫтәгәс, йәшелсәләрҙе ҡапларлыҡ итеп һыу ҡойоғоҙ һәм барыһы ла йомшарғансы 30-40 минут бешерегеҙ.
Блендер менән иҙгәс, ҡаймаҡ, тоҙ,борос өҫтәгеҙ һәм тағы 5 минут утта тотоғоҙ.
Ашты сохарый, йәшел тәмләткестәр менән бирергә була.
Ашығыҙ тәмле булһын!