Даирә
+30 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
21 Ноябрь 2025, 06:59

Хеҙмәт кенәгәһендә бер генә яҙыу бар

Ҡырмыҫҡалы үҙәк ра­йон дауаханаһында бухгалтер булып эшләүсе Рима Хәсәнованың хеҙмәт кенәгәһендә бер генә яҙыу бар.

Хеҙмәт кенәгәһендә бер генә яҙыу барХеҙмәт кенәгәһендә бер генә яҙыу бар
Хеҙмәт кенәгәһендә бер генә яҙыу бар

Көҙҙөң һуңғы көндәрендә Рәсәй бухгалтерҙары үҙҙәренең һөнәри байрамдарын билдәләй.
Бухгалтер көнө - предприятиеларҙың финанс тотороҡлолоғон һәм именлеген тәьмин иткән белгестәрҙең һөнәри байрамы. Бухгалтер эше еңелдәрҙән түгел, ул иғтибарлылыҡты, сабырлыҡты һәм теүәллекте талап итә, иң етди һәм яуаплы һөнәр.
Бөгөн бухгалтерия хеҙмәткәренә етди талаптар ҡуйыла: ул бухгалтер иҫәбе нигеҙҙәрен, ҡануниәтте төплө өйрәнгән, ҙур күләмле мәғлүмәт, махсус компьютер программалары менән эшләй белгән профессионал булырға тейеш. Барлыҡ был сифаттар Ҡырмыҫҡалы үҙәк ра­йон дауаханаһында бухгалтер булып эшләүсе Рима Хәсәноваға хас.
Рима Рим ҡыҙы Ҡырмыҫ­ҡалы ауылында тыуып үҫкән. 1991 йылда 2-се мәктәпте та­мамлағас, Ҡырмыҫҡалы про­фес­сиональ-­һөнәрселек училищеһына бухгалтерҙар әҙер­ләү бүлегенә уҡыр­ға инә. Те­үәл фәндәр, һандар донъяһын, бухгалтер һөнәрен ярат­ҡан Рима Рим ҡыҙы училищены уңышлы тамамлап, Ҡырмыҫҡалы үҙәк район дауаханаһында бухгалтер булып хеҙмәт юлын башлай һәм ғүмер буйы ошо һөнәренә тоғро ҡала. Уның хеҙмәт кенәгәһендә 33 йыл бер урында эшләй тигән яҙыу тора.
- Мин бәләкәйҙән табип бу­лырға хыялландым. Ләкин яҙ­мышымды ҡырҡа үҙгәртеп, бухгалтер һөнәрен һайланым. Эшемде бик яратам. Һандар донъяһы ялҡытҡыс түгел, ә киреһенсә, мауыҡтырғыс, тип әйтер инем. Йәш саҡта һайлаған һөнәремде бик яратҡанға күрә, ниндәй генә ҡатмарлы һандар, иҫәпләүҙәр булмаһын еңел йырып сығам. Ҡайһы саҡта кроссворд сискән кеүек. Иҫәп-хисап өҫтәле бухгалтеры булып урынлаштым. Тәүге көндән баш бухгалтер Рәсимә Батталова, бухгалтерҙар Нурия Зәйнулли­на, Рәмилә Ҡолғонина һәм Зи­фа Маннановалар мине күп нимәгә өйрәттеләр, эшебеҙҙең нескәлектәрен төшөндөрҙөләр, - ти Рима. - Бөгөнгө көндә беҙҙең бү­лектә бер баш бухгалтер һәм алты бухгалтер хеҙмәт итә. Берҙәм, татыу коллектив булып то­рабыҙ. Шатлыҡлы ла, ҡайғылы ла мәлдәрҙе бергә кисерәбеҙ, бер бөтөн булып ҡайнайбыҙ.
Тәрән белемле һөнәр эйәһе Рима Рим ҡыҙы хеҙмәт юлында төрлө дәрәжәләге Маҡтау грамоталары, Рәхмәт хаттары менән бүләкләнгән.
Күп йылдар бухгалтер һөнәрен башҡарған яҡташыбыҙҙың тормошо намыҫлы хеҙмәттә үтә. Бухгалтер булып эшләгән йылдарында яңы программалар үҙләштерә, заман менән бергә атлай. Һәр ваҡыт яңылыҡҡа ынтыла, һөнәри оҫ­талығын үҫтереү өҫтөндә эш­ләй, ситтән тороп Мәскәү иҡ­ти­сад институтын тамамлай. Тырыш хеҙмәткәр 2010 йылдан үҙәк район дауаханаһының беренсел профсоюз ойошмаһында казначей вазифаһын да алып бара.
- Ай, квартал һайын булған от­четтарҙы тапшырыу ваҡытын боҙорға тейеш түгелбеҙ. Өл­гөрмәгәндә эштән һуң ҡа­лып, йәки өйҙә иҫәп-хисап­та­рыбыҙҙы теүәлләп ҡуябыҙ. Бухгалтер һөнәренең сабыр­лыҡ, яуаплылыҡ талап иткән нескәлектәре бик күп. Күңелһеҙләнеп ултырырға ва­ҡы­тыбыҙ юҡ, - ти үҙ һөнәренең оҫтаһы.
Эштә лә, өйөндә лә өлгөр хеҙмәткәр тормош иптәше Руслан Рауил улы менән тырышып донъя көтәләр. Хәсәновтар ике ул үҫтереп, оло тормош юлына сығарғандар. Яуҙа иленә ҡалҡан булған, ысын ил һаҡсылары үҫтергәндәр. Ике улдары ла бөгөнгө көндә махсус хәрби операция биләмәһендә Тыуған ил һағында тора.
Оло улдары Айҙар 2-се Ҡырмыҫҡалы мәктәбен тамамлағас, әрме хеҙмәтенә алына. Сроклы хеҙмәтен Тула ҡалаһында һауа-­десант ғәскәрҙәрендә өлкән сер­жант дәрәжәһендә башҡара. Хеҙмәт иткән ваҡытында ситтән тороп Рязань ҡалаһындағы юғары белем биреү учреждениеһы – “Федераль язаларҙы үтәү хеҙмәтенең хоҡуҡ һәм идара итеү академияһы”ның иҡтисад факультетында белем ала.
Хәрби тормош егеттең күңеленә ята, шуға ла ул контракт нигеҙендә хеҙмәтен дауам итергә ҡарар итә. 2012 йылдан Рәсәй армияһында хеҙмәт итә. Айҙар өйләнгән, ҡатыны менән бер ул үҫтерәләр.
Илдар Ҡырмыҫҡалы ауылының С.М.Чугункин исемендәге мәктәбен тамамлағас та Рәсәй Ҡораллы Көстәренә хеҙмәткә саҡырыла. Хеҙмәтте Екате­ринбург ҡалаһында элемтә ғәс­кәрҙәрендә үтә. Намыҫлы хеҙ­мәт күрһәтеп кесе сержант дәрәжәһен ала. Ағаһы кеүек ул да хәрби булырға хыяллана һәм әрме хеҙмәтенән һуң Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөп, Рәсәй Ҡораллы Көстәрендә хеҙмәткә ҡала. Бөгөнгө көндә махсус хәрби операция биләмәһендә Айҙар - взвод командиры, ә Илдар элемтә узелы аппараты начальнигы вазифаһында хеҙмәт итә. Егеттәр ата-әсәһен, ту­ғандарын үҙҙәренең өлгөлө, на­мыҫлы хеҙмәттәре менән һө­йөндөрә. Әле улдары Илдар ҡыҫ­ҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан. Ата-әсәнең уй-кисерештәрен, йө­рәк әрнеүҙәрен күҙ алдына килтереүе ауыр, ләкин улар улдарын аңлап, үҙҙәрен тыныс тоторға, ҡайғырыуҙарын күрһәтмәҫкә тырыша.
- Еребеҙҙә яҡтылыҡ булһын өсөн көрәш юлында бөгөн улдарыбыҙ. Һәр көнөбөҙ уларҙы уйлап үтә. Бәләкәй улыбыҙ өсөн бигерәк борсолдоҡ, сөнки махсус хәрби операция башланды. Рәсәй Ҡораллы Көстәрендә хеҙмәткә ҡалыу өсөн контракт төҙөүе тураһында ла һуң ғына белдек. Барыһы ла һәйбәт булыр, тип ышанабыҙ. Уртаҡ теләктәребеҙ тормошҡа ашып, донъяға тыныслыҡ килһен – иң мөһиме шул, - ти әсә.
Рима Рим ҡыҙы эшендә яуап­лы хеҙмәткәр булһа, өйөндә уңған хужабикә. Бешеренеү һәм баҡсасылыҡ уның яратҡан шөғөлдәренең береһе. Аш-һыу­ға бик оҫта, яҡындарын тәмле аштары менән һыйлай. Баҡса сәскәләрен генә түгел, күп һәм төрлө бүлмә гөлдәрен дә үҫтерер­гә ярата.
Хөрмәтле Рима Рим ҡыҙы, Һеҙҙе һәм коллегаларығыҙҙы байрамығыҙ менән тәбрикләйбеҙ, еңел булмаған эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ.
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас