Үҙенең талантлы, даланлы, уңған халҡы менән дан тотҡан Ибраһим ауылы “Ҡырмыҫҡалы - ғәзиз бишегем” тип исемләнгән әҙәби кисәгә ҡунаҡтар йыйҙы. Ул «Айыҡ ауыл» республика конкурсы сиктәрендә ойошторолдо. Әҙәби кисә Динә Мөлҡаманова башҡарыуында «Тыуған төйәгем - Ҡырмыҫҡалым» гимны менән башланып китте. Динә апай гимндың һүҙен һәм көйөн үҙе яҙған, үҙе гармунда уйнай. Әйткәндәй, бөтә ғүмерен тыуған еренә хеҙмәт итеүгә, уны данлауға бағышлаған Динә Ғәббәс ҡыҙы Ибраһим ауылының мәшһүр улы, шағир, мәғрифәтсе Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевтың берҙән-бер бүләсәре.
Сарала шулай уҡ арҙаҡлы яҡташтарыбыҙ, мәртәбәле ҡунаҡтар, әҙәбиәт һөйөүселәр, журналистика ветерандары, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре БР Журналистар союзы ағзаһы Фәнил Ҡоҙаҡаев, ғалим-филолог, журналист, филология фәндәре кандидаты, доцент Фәнзил Санъяров, журналист, яҙыусы Ниязбай Сәлимов, БР мәҙәниәт буйынса йәмәғәт советы рәйесе, Башҡортостан Республикаһының “Торатау” конгресс-холының директор урынбаҫары Рәнис Алтынбаев, район мәҙәниәт бүлеге мөдире Виктория Мөхәмәҙиева, Һәүәләй ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы Тимур Ғәләүетдинов, шағир, рәссам Риф Йөҙлөкбаев, райондың Табын ырыуының ҡор башы Фәрғәт Ҡотлобаев, Шәриф Бикҡол исемендәге музей директоры Фәйрүзә Ҡотлобаева, “Илһам” әҙәби берләшмәһе ағзалары, район үҙәкләштерелгән китапхана системаһы китапханасылары, Ибраһим ауылы халҡы ҡатнашты.
Һәүәләй ауыл Советы башлығы Тимур Ғәләүетдинов әҙәби кисәлә ҡатнашыусыларҙы тәбрикләп, “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнашыуҙарына булышлыҡ иткәндәре өсөн барыһына ла рәхмәт һүҙҙәре еткерҙе.
- Һеҙҙең эшегеҙ ҡағыҙҙағы һүҙҙәр генә түгел, ул тормошобоҙҙоң, йолаларыбыҙҙың сағылышы. Конкурста ҡатнашыу - ярыш ҡына түгел, ә сәләмәт йәшәү рәүешенә, йолаларҙы һаҡлауға тоғролоғобоҙҙо күрһәтеү мөмкинлеге лә. Һеҙ, хөрмәтле яҙыусылар, был процеста төп роль уйнай алаһығыҙ. Һеҙҙең әүҙемлегегеҙ һәм ижади ҡарашығыҙ беҙгә районыбыҙҙы республика кимәлендә лайыҡлы күрһәтергә генә түгел, мөһим социаль мәсьәләләргә лә иғтибар йәлеп итергә ярҙам итәсәк, - тине Тимур Әхәт улы.
Журналистика уҙаманы, урындағы ағинәйҙәр ойошмаһы етәксеһе Фәүзиә Латипова Ибраһим ауылының бөгөнгө тормошо, уңыштары һәм маҡсаттары тураһында бәйән итте.
- Бөгөнгө осрашыу күңелдәребеҙҙә ҙур ҡәнәғәтлек тойғоһо уята. 2023 йылда ҙур эш башланыҡ һәм беҙҙең башланғысты район, ауыл хакимиәттәре дәррәү хупланы. Ауылыбыҙ ҡырҡа үҙгәрҙе. Иң мөһиме ауыл халҡы күтәрелде. Ситтә йәшәүсе яҡташтар ҙа беҙгә теләктәшлек күрһәтә. Ошондай ҙур көс булғанда, республика кимәлендә ниндәйҙер маҡтаулы урынға лайыҡ булырбыҙ тип өмөт итәбеҙ,- тине Фәүзиә Шәғәли ҡыҙы.
- Һеҙҙе барығыҙҙы ла Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы исеменән сәләмләйем. Ибраһим ауылында мин өсөнсө мәртәбә. Ибраһим ауылы Өфөгә иң яҡын урынлашҡан башҡорт ауылы. Ысынлап та, бөйөк Йомран-Табын ерҙәре был ер менән генә сикләнмәй. Мин әле йәшәгән Нағай ауылы ла Йомран-Табын ерҙәренә инә. “Айыҡ ауыл” республика конкурсына килгәндә, ул бына нисә йыл инде уңышлы ғына дауам итә. Хатта Рәсәйҙең башҡа төбәктәре лә беҙҙән өлгө алып, ошондай конкурстар үткәрә башланы. Был халыҡ өсөн бик кәрәкле, файҙалы эш. Ибраһимдарға “Айыҡ ауыл” конкурсында уңыштар юлдаш булһын, - тине Рәнис Алтынбаев.
Сара барышында хөрмәтле ҡунаҡтар үҙ тәҡдимдәре менән сығыш яһаны, тәжрибәләре менән уртаҡлашты һәм конкурста ибраһимдарға еңеү теләне.
Тәҡдимдәр ҙә төрлө булды. Мәҫәлән, Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев һыны менән Ибраһим ауылына боролған юл сатында стела урынлаштырыу тураһында тәҡдим булды. Унда Йомран-Табын иле тигән һүҙҙәр ҙә яҙылһа, тағы ла яҡшы булыр ине, тинеләр. “Айыҡ ауыл” конкурсына ярашлы айыҡлыҡҡа арналған саралар уҙғарыу, видеоклип эшләү буйынса конкурс ойоштороу, ауылға ҡағылышлы махсус гәзит сығарыу һәм башҡа тәҡдимдәрен индерҙе. Бынан тыш, Фәнил Ҡоҙаҡаев тарихы менән дә, кешеләре менән дә дан тотҡан Ибраһим ауылын Табын ырыуы үҙәге итеү, ауыл музейында ырыуға бағышланған мөйөш булдырыу тураһында тәҡдим индерҙе. Беҙҙең Ҡырмыҫҡалы еренән бик күп шиғыр яҙыусылар сыҡҡан. Әле лә уларҙың рәте тулылана бара. Шуға күрә районда Яҙыусылар берлегенең бүлексәһен ойошторорға кәрәк, тине Фәнил Шәмсетдин улы.
Рәсәйҙә Ватанды һаҡлаусылар һәм Башҡортостанда Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләре тураһында хәстәрлек йылы тип иғлан ителде. Һәр кем еңеүҙе яҡынайтыу өсөн хәленән килгән эштәрҙе башҡарырға тырыша. Бөгөнгө сараның әһәмиәте бигерәк тә ҙур. “Йөрәк һүҙе-2023” шиғриәт бәйгеһенең финалисы, район китапханалар системаһы китапханасыһы Гөлсиә Бикҡужина шағирә, Башҡортостандың халыҡ сәсәне Фәүзиә Ҡотлогилдинаның бөгөнгө көндә бик актуаль булған махсус хәрби операция темаһына арналған “Әсә һәм ул” шиғырын һөйләне. Был шиғырҙы тыңлап, залда ултырыусы һәр кемдең йөрәге һыҙланды, берсә иланы, тамағына төйөр тығылды, күҙҙе сылатып йәштәр аҡты.
Ибраһимдар йор һүҙле, йыр-моңға маһирлыҡтарына өҫтәп, татыу, берҙәм, тырыш, егәрле лә. Бында тыуып үҫкән ул-ҡыҙҙары ғына түгел, килен-кейәүҙәре лә ауылдың киләсәге өсөн янып-көйә. Ауыл халҡы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙға ла әүҙем ярҙам итә. Ҡатын-ҡыҙҙар бейәләй, ойоҡбаштар бәйләп, туҡмас ҡырҡып, башҡа йыйған әйберҙәрҙе күңел йылыһын ҡушып оҙаталар.
Ҡырмыҫҡалы ере үҙенсәлекле, ижадҡа бай таланттар төбәге. Һәр ижад кешеһе – үҙе бер ҡабатланмаҫ донъя. Улар болондағы сәскәләр кеүек: төрлө-төрлө һәм һәр береһе дөйөм хозурлыҡҡа үҙ биҙәген өҫтәй. Районыбыҙҙың төрлө яҡтарынан йыйылған шиғриәт һөйөүсе яҡташтарыбыҙ үҙҙәренең шиғырҙарын, әҫәрҙәренән өҙөктәр уҡыны, ә ҡайһы берҙәре гармунда уйнап, йырланы ла. Шуның менән улар ысын талант икәнлектәрен асып һалдылар. Йырсыларыбыҙ Фәрит Яҡшығолов, Илдар Хәсәнов һәм Ибраһим ауылы үҙешмәкәрҙәре яҡташтарының һүҙҙәренә яҙылған йырҙарҙы башҡарып сараға тағы ла йәм өҫтәне.
Ошондай осрашыуҙар кәрәк, ул күңелебеҙҙе байыта, рухыбыҙҙы нығыта, бер-беребеҙгә күңел йылыһы өләшергә мөмкинселек бирә.
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.
Автор фотолары.