Даирә
+30 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
20 Ноябрь 2025, 10:42

Тыуған илде һаҡлауҙы үҙ бурысы тип һанай

Һәүәләй ауылынан булған “Чебурашка” позывнойлы яугир штурмлау отрядында өлкән уҡсы булып хеҙмәт итә.

Тыуған илде һаҡлауҙы үҙ бурысы тип һанайТыуған илде һаҡлауҙы үҙ бурысы тип һанай
Тыуған илде һаҡлауҙы үҙ бурысы тип һанай

Һәүәләй ауылынан булған “Чебурашка” позывнойлы яугир штурмлау отрядында өлкән уҡсы булып хеҙмәт итә.
Ул 2024 йылдың сентябрендә Рәсәй Федерацияһының Оборона министрлығы менән контракт төҙөп, бер йыл хеҙмәт итеү осоронда үҙен тик яҡшы яҡтан күрһәтә алды. Махсус хәрби операция бурыстарын үтәгәндә күрһәткән батырлығы һәм уңыштары өсөн “Батырлыҡ өсөн” һәм “Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы” миҙалдары менән бүләкләнгән.
- Атайым махсус хәрби операцияның тәүге көндәренән үк Ватанды яҡлап хеҙмәт итә. Уның өлгөһөндә, мин дә контрактҡа ҡул ҡуйырға булдым. Минең артымдан Ватаныбыҙ именлеген яҡлауҙа ҡатнашырға теләк белдереп ике туған ағайым да махсус хәрби операцияға юлланды. Беҙ уның менән бер батальонда хеҙмәт итәбеҙ, - ти яугир.
“Чебурашка” ҡушаматын осраҡлы һай­ламаған. Был персонаж изгелекте һәм башҡаларға ярҙам итеү теләген символлаштыра. Һәм беҙҙең геройыбыҙ тормош­та тап шундай: яуаплы, намыҫлы, ғәҙел һәм хәстәрлекле.
Яугир тыумышы менән Ҡабаҡ ауы­лы­нан. Урындағы урта мәктәпте тамамлағандан һуң, электромонтер һөнәрен ала. Махсус хәрби операцияға юлланғансы Мәскәү ҡалаһында төҙөлөш өлкәһендә эшләй. Тормош иптәше менән өс бала тәрбиәләй.
Уға һәм башҡа яугирҙәргә ныҡлы һаулыҡ, тиҙерәк еңеү менән имен-аман ҡайтыуҙарын теләп ҡалабыҙ.
Контракт хеҙмәтенә ҡағылышлы мәсьә­ләләр буйынса 2-14-78, 52-11-58 телефондары буйынса шылтыратырға йәки Ҡырмыҫҡалы һәм Архангел райондары хәрби комиссариатына килергә мөмкин.
Миләүшә ШАМИЛОВА.

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас