Даирә
+30 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
20 Ноябрь 2025, 11:01

Тирә-яҡты матурлыҡҡа сорнай

Ибраһим ауылында ла сәскә яратыусы һәм йорт тирәһен әкиәт донъяһына әйләндереүсе хужабикәләр бар. Шуларҙың береһе - Венера Хәкимова.

Тирә-яҡты матурлыҡҡа сорнайТирә-яҡты матурлыҡҡа сорнай
Тирә-яҡты матурлыҡҡа сорнай

Ибраһим ауылында ла сәскә яратыусы һәм йорт тирәһен әкиәт донъяһына әйләндереүсе хужабикәләр бар. Шуларҙың береһе - Венера Хәкимова.

- Ер эше ауыр булыуға ҡарамаҫтан, ерҙә ҡаҙынырға, тирә-яҡты матурлыҡҡа сорнарға бик яратам,- ти Венера Ғәлиәскәр ҡыҙы.
Венера Хәкимова Өфө ҡалаһында тыуған. Урындағы мәктәпте тамамлағас, Башҡорт дәүләт университетының химия факультетында белем ала. Ғүмер буйы Өфө нефть эшкәртеү заводында эшләй. Пенсияға сыҡҡас, тамырҙары тоташҡан Ибраһим ауылына күсеп ҡайта. Әйткәндәй, элек ауылға ҡунаҡҡа ҡайтып йөрөгәндә буласаҡ тормош иптәше Ғәзимйән Түрйән улы менән таныша. Йәштәр 1980 йылда өйләнешеп, матур тормош ҡора, ике балаға ғүмер, матур тәрбиә биреп, оло тормош юлына сығара. Улдары Данил ғаиләһе менән Өфө ҡалаһында йәшәй. Ҡатыны менән Дамир һәм Эвелина исемле балалар үҫтерәләр. Ҡыҙҙары Айгөл ҡыҙы Риана менән шулай уҡ Өфө ҡалаһында төпләнгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Ғәзимйән ағай яҡындары янында юҡ инде.
Венера Ғәлиәскәр ҡыҙы күңел һыҙлауын баҡсаһындағы, йортондағы мәшәҡәттәр менән баҫа. Уңған хужабикәнең баҡсаһында алма, груша ағастары, ҡыҙыл, ҡара ҡарағат ҡыуаҡтары, кәртә буйлап сейә ағастары үҫә. Баҡсаның ярты яғында газон үләне сәселгән. Икенсе яғында урынлашҡан теплицала помидор, ҡыяр үҫтерә. Уңған ҡатындың баҡсаһында шулай уҡ кишер, сөгөлдөр, кәбеҫтә, бәрәңгеһе мул уңыш бирә. Кәбеҫтә үҫентеләрен баҡсаға сығарып ултыртҡанда уның соҡорона бәрхәт орлоғо һалырға кәңәш итә. Бынан тыш, эргәһенә бәрхәт сәскәһен ултыртһаң, улар үҙенсәлекле еҫ сығарып, кәбеҫтәгә һөжүм итеүсе аҡ күбәләктәрҙән һаҡлай. Венера апай түтәлдәрҙе рәт-рәт менән теҙеп, тирә-яҡлап ағас менән кәртәләп ала икән. Унда төрлө йәшелсә-емеш, редис, салаттар, төрлө тәмләткестәр үҫтерә. Кишер менән һуғанды һәр ваҡыт бер-береһенә яҡын итеп ултыртам, ти ул. Сөнки кишер себене һуған себенен үлтерә, шулай итеп улар бер-береһен ҡоротҡостарҙан һаҡлап ултыра. Йәйрәп ятҡан ер еләге лә мул уңыш бирә. Ремонтант сортлы ер еләген Венера апай орлоғонан үҙе үҫтергән. Еләкте үҫтергәндә агротехника тураһында ла оноторға ярамай. Төрлө ауырыуҙар менән көрәш алып барырға, серегән еләк һәм япраҡтарҙы шунда уҡ өҙөп алырға, эргә-тирәһенә тупраҡ өҫтәп торорға кәрәк. Баҡсала үҫкән әрем үләнен дә йолҡоп ташламай, сөнки уның да үҫентеләргә файҙаһы бик күп. Һуңғы ике-өс йылда сүп үҫмәһен һәм ерҙәге дымлылыҡты һаҡлау өсөн баҡсалағы йәшелсә, емеш-еләк араһына һалам йәйеп сығам, ти уңған баҡсасы.
Баҡсаһында компост соҡоро ла бар. Серетмә соҡорона сүп үләндәрен һалыуҙың зарары юҡ, сөнки 60-ҡа тиклем йылынғанлыҡтан зарарлы бөжәктәрҙең ҡарышлауыҡтары, ҡурсаҡтары, ауырыу тыуҙырғыс микроорганизмдар һәләк була. Шулай уҡ өҫтөнә саҡ ҡына тупраҡ һалып, ҡаплап ҡуйырға кәрәк. Компослау юлы менән саф ашлама алына. Бәрәңгегә ҡушып йәиһә рәт араһына фасоль ултыртырға кәрәк. Фасоль бик файҙалы. Былай эшләгәндә ул бәрәңгене ҡоротҡос бөжәктәрҙән һәм колорадо ҡуңғыҙынан һаҡлай.
Ҡапҡанан ингәс тә йорт алдында бер нисә төр рауза, гортензия, сальвия, бәрхәт, цинерария, цинния, ләлә, ирис һәм башҡа бик күп төрлө сәскәләр тирә-яҡҡа йәм биреп ултыра.
Баҡсалағы емеш-еләктән ҡышҡылыҡҡа һыуытҡысҡа туңдырып та һала, уларҙан татлы ҡайнатмалар ҙа эшләй, компоттар яба, йәшелсәләрҙе тоҙлай, маринадлай. Алмалар, грушалар уңған йылда артып ҡалһа, күршеләргә лә таратып бирә.
- Былтырғы һыуыҡтар алма, груша ағастарына ныҡ зыян килтерҙе. Ағастарҙы эшкәртеп ҡараным да ул, күтәрелеп китһәләр инде. Емештәре лә бик әҙ булды. Быйыл тағы ла яңы сорт алма ағастары ултыртырға ниәтләйем,- ти.
Йәшелсәләрҙең,сәскәләрҙең орлоҡтарын һатып ала. Петуния сәскәһен ғинуар айынан, башҡа сәскәләрҙе март-апрель айҙарында үҫентеләр итеп ултырта. Боросто өлгөрһөн өсөн иртә ултыртҡан, сөнки ул оҙаҡ үҫә. Боростоң “Красное чудо” һәм “Золотое чудо”, “Русский размер”, “Подарок Молдовы” һәм башҡа сорттарын сәскән. Үҫентеләр фитолампа аҫтында ултыра. Уны ла ваҡытына ҡарап һүндереп ала. Венера апай ниндәй орлоҡто ҡасан сәскәнен, үҫентеләр ҡасан морон төрткәнен һәм башҡа күҙәтеүҙәрҙең барыһын да журналға теркәп бара.
- Телевизорҙан “Усадьба” программаһын һәм башҡа баҡса эштәренә ҡағылышлы программалар ҡарап барам. Гәзит-журналдар алдырып уҡыйым, үҙемә кәрәкле мәғлүмәттәр алам,- ти баҡсасы.
Әлегә баҡсаһы ҡар аҫтында йоҡлаған мәлдә Венера Ғәлиәскәр ҡыҙы күңел йыуанысын тәҙрә төбөндәге гөлдәренән таба. Тәҙрә төптәрен төрлө төҫтәге орхидея сәскәләре биҙәй. Драцена, фикус, эустома һәм башҡа гөлдәре лә күҙ яуын алып ултыра.
Күнелдәребеҙ гел шулай гү­зәллеккә ынтылып, hау-сәләмәт булып, тормошто сәскәләр менән йәмләп йәшәйек.
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.
Автор фотоһы.

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас