Даирә
+30 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
20 Ноябрь 2025, 09:47

Тел асҡысы табырға ярҙам итә

Телмәрҙәрендә етешһеҙлектәр булған балаларға Олокүл ауылының “Малышок” балалар баҡсаһы уҡытыусы-логопеды Лилиә Решетникова ярҙамға килә.

Тел асҡысы табырға ярҙам итәТел асҡысы табырға ярҙам итә
Тел асҡысы табырға ярҙам итә

Сабый донъяға килгәндән алып, һәр әсә уның тәүге аҙымдарын яһағанын, теле асылғанын көтә башлай. Һәр бала шәхсән, үҙ темпы менән үҫешә. Ҡайһы бер бала ике-өс йәш тулыуға ҡарамаҫтан, һөйләшергә ашыҡмай. Бына шундай ваҡытта телмәрҙәрендә етешһеҙлектәр булған балаларға Олокүл ауылының “Малышок” балалар баҡсаһы уҡытыусы-логопеды Лилиә Решетникова ярҙамға килә.
- Хәҙерге ваҡытта иң ныҡ таралған етешһеҙлек - күп кенә балалар өндәрҙе боҙоп әйтә, өндө төшөрөп ҡалдыра, йә булмаһа, бер өндө икенсе өнгә алмаштыра, өндәрҙе ишетеп айыра белмәй. Баланың бик һуң һөйләшә башлауы дөйөм телмәрҙең үҫешеп етмәүҙең беренсе билдәһе. Дөйөм телмәре үҫешеп етмәгән баланың психикаһы ла формалашып етмәй: ул иғтибарһыҙ, йәки иғтибарын кәрәкле объектҡа йүнәлтә алмай, ишетеү һәләте лә тотҡарлана, - ти Лилиә Әхмәт ҡыҙы.
Лилиә Решетникова Прибельский ауы­лында тыуа. 1999 йылда урындағы мәктәпте тамамлағас, Дыуан аграр техникумының ветеринария факультетына уҡырға инә. Һуңынан Бөрө юғары профессиональ белем биреү учреждениеһы – Бөрө дәүләт социаль-педагогия академияһында уҡый. Лилиә Әхмәт ҡыҙы юғары уҡыу йортон тамамлағандан һуң Олокүл ауылындағы “Малышок” балалар баҡсаһына физкультура уҡытыусыһы булып эшкә килә. Физрук булып бер йыл эшләгәс, уҡытыусы-логопед булып эшләй башлай. Артабан белемен камиллаштырып, 2009 йылда мәктәпкәсә педагогика һәм психология һөнәре буйынса Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институтын тамамлай. Һуңынан шул уҡ юғары уҡыу йортонда логопедия программаһы буйынса һөнәрен камиллаштыра.
Логопед – балаларҙың һөйләшеүендә төп роль уйнаусы белгес. Телмәрҙәге етешһеҙлектәр артабан яҙма телмәрҙең боҙолоуына килтерә һәм мәктәп дисцип­линалары буйынса белем алыуҙа ауыр­лыҡтар тыуҙырыуы ихтимал. Шуның өсөн дә логопед хеҙмәтенең төп бурысы – телмәрҙәге етешһеҙлектәрҙе ваҡытында асыҡлап киҫәтеү. Логопед тарафынан моторика, оптик-киңлекте ҡабул итеү, интеллект һәм логика мәсьәләләрен дә үҙ эсенә алып, махсус ярҙамға мохтаж уҡыусыларҙы комплекслы тикшереү үткәрелә. Балалар баҡсаһына йөрөгән тәрбиәләнеүселәр менән логопед ҡына түгел, психолог та шөғөлләнә.
- Балалар баҡсаһында 5 йәше тулған ба­лалар менән эшләйбеҙ. Балалар 2 өл­кән һәм 2 әҙерлек төркөмдәренән дүрт төркөмдә шөғөлләнә. Өлкән төркөм менән 25 минут дәрестәр үткәрәбеҙ, әҙерлек төркөмө менән 30 минут эшләйбеҙ. Бынан тыш, ауырыраҡ балалар менән егерме минут шәхсән шөғөлләнәм. Һәр төркөмдә телмәр үҫтереү эше маҡсатлы рәүештә алып барыла: балаға өндәрҙе дөрөҫ әйтергә, уларҙы ишетеп, һүҙҙәрҙә уларҙың урынын таба белергә өйрәтелә. Өндө аңлатҡан билдәнең – хәрефтең киҫмә төрө менән таныштырыу, дөрөҫ итеп һөйләмдәр төҙөп, үҙенең уй-фекерен башҡаларға еткерергә, йомаҡ сисергә, мәҡәл, шиғыр, хикәйәнең мәғәнәһенә төшөнөргә өйрәтеү кеүек һәм башҡа төрлө эштәр башҡарыла. Кемгәлер был күнегеүҙәр еңел бирелә, ҡайһы берәүҙәренә ауырыраҡ. Кескәйҙәр менән эшләү оҡшай. Балаларға ҡыҙыҡ булһын өсөн яңы алымдар уйлап сығарам. Үҙем менән шөғөлләнгән балаларҙың уңыштарын күреп ҡыуанам. Эшемдең һөҙөмтәһен күреү күңелемә ҡанат ҡуя, - ти педагог.
Ата-әсәләр педагогтарҙың төп ярҙамсылары. Ата-әсәләр йыйылышында уҡы­­тыусы-логопед ата-әсәләргә логопед эшенең төп маҡсаттары һәм бурыс­тары менән таныштыра, дәрестәрҙә ниндәй күнегеүҙәр менән шөғөлләнеү­ҙәре тураһында һөйләй. Бынан тыш, ата-әсәләргә өйгә эш тә биреп ҡайтара, улар шулай уҡ балалар менән бергә конкурстарҙа ҡатнаша.
- Сабый донъяға килгәндән алып уның менән һөйләшегеҙ, уға йырҙар йырлағыҙ. Бала менән, уның “телендә”, һүҙҙәрҙе боҙоп һөйләшмәгеҙ. Сөнки киләсәктә ул һүҙҙәрҙе нисек ишетә шулай яңылыш яҙып яфаланасаҡ. Балағыҙға ҡарата иғтибарлы булһағыҙ, уның телмәре лә дөрөҫ һәм матур булыр, - ти Лилиә Әхмәт ҡыҙы.
Лилиә Әхмәт ҡыҙы шәхсән төрлө конкурстарҙа әүҙемлек күрһәтә. Һуңғы тапҡыр “Мәктәп белем биреү ойошмаһының йыл педагогы-2025” район конкурсында ҡатнаша. Спорт һөйөүсе педагог “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер!” Бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексы нормативтарын үтәп, алтын билдәгә лайыҡ була. Бынан тыш, әүҙем ҡатын волонтер булып тора, һайлауҙарҙа күҙәтеүсе, халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнаша.Лилиә Әхмәт ҡыҙы ғаиләһендә һөйөклө ҡатын, балаларына, ейәнсәренә яратҡан әсәй, өләсәй ҙә. Тормош иптәше Вячеслав Петрович менән тырышып донъя көтәләр. Йорт хужаһы вахта ысулы менән эшләп йөрөй. Решетниковтар бер ҡыҙ һәм бер улға ғүмер, матур тәрбиә, белем биргәндәр. Өлкән ҡыҙҙары Юлиә әлегә ике йәшлек Мираслава менән декрет ялында ултыра. Улдары Никита Олокүл мәктәбенең 7-се класында белем ала.
Балалар менән эшләй торған башҡа һөнәр эйәләре кеүек үк түҙемлек, мәрхәмәтлелек, яуаплылыҡ кеүек сифаттар ҙа кәрәк уҡытыусы-логопедҡа. Ошо сифаттарҙы үҙендә туплаған Лилиә Решетникованы һәм барлыҡ логопедтарҙы һөнәри байрамдары менән ҡотлайбыҙ, эштәрендә уңыштар теләйбеҙ.
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.
Автор фотоһы.

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас