Даирә
+30 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
20 Ноябрь 2025, 09:43

Муниципаль хеҙмәткәрҙәр спортта ла һынатмайҙар

“Тиҙерәк! Бе­йегерәк! Көслөрәк!” тип аталған район спартакиадаһы Башҡортостан Республикаһы профсоюз хеҙмәткәрҙәре көнөнә һәм райондың 95 йыллығына арналды.

Муниципаль хеҙмәткәрҙәр спортта ла һынатмайҙарМуниципаль хеҙмәткәрҙәр спортта ла һынатмайҙар
Муниципаль хеҙмәткәрҙәр спортта ла һынатмайҙар

Спорт залына район хакимиәте һәм ауыл биләмәләре башлыҡтары, уларҙың урынбаҫарҙары һәм хакимиәт хеҙмәткәрҙәре йыйылды. “Тиҙерәк! Бе­йегерәк! Көслөрәк!” тип аталған район спартакиадаһы Башҡортостан Республикаһы профсоюз хеҙмәткәрҙәре көнөнә һәм райондың 95 йыллығына арналды.
Бәйгене алып барыусы Эльмир Миһранов сараны тантаналы асҡандан һуң ҡатнашыусыларҙы тәбрикләп, жюри менән таныштырып үтте. Артабан һүҙ­ҙе Профсоюздың Башҡортостан Республикаһы ойошмаһы рәйесе Иршат Ниязғоловҡа бирҙе.
- Хәйерле көн хөрмәтле ҡырмыҫҡалылар, профсоюз ойошмаһы ағзалары. Ҡырмыҫҡалы районында профсоюз традициялары бик көслө. Һәр ҡатнашыусы тиерлек профсоюз ағзаһы булып тора. Профсоюздар - булды, булған, буласаҡ. Беҙҙең ойош­ма - әһәмиәтле һәм кәрәкле. Эшселәрҙең хоҡуҡтарын яҡлау, лайыҡлы шарттар тыуҙырыу, лайыҡлы эш хаҡы булдырыу - һәр ваҡыт көнүҙәк һорау булып ҡаласаҡ. Һеҙ эшкә егелеп кенә ҡалмайһығыҙ, күңелле итеп ял да итә беләһегеҙ, - тине Иршат Рим улы һәм ярышта ҡатнашыу­сыларға уңыштар теләне.
Артабан сәләмләү һүҙе ме­нән профсоюздың Ҡырмыҫ­ҡа­лы районы территориаль ойош­маһы рәйесе Зинфира Рамазанова мөрәжәғәт итте. Ул коллегаларын спорт һәм сәлә­мәт­лек байрамы менән ҡотланы, мауыҡтырғыс көрәш, сағыу еңеүҙәр һәм яҡшы кәйеф теләне.
Командалар кемуҙарҙан төрлө эстафеталарҙа көстәрен һынаны. Улар кәрзингә туп ырғытыуҙа, дартста, арҡан тартышыуҙа, сәкән менән туп тәгәрәтеүҙә һәм башҡа эстафеталарҙа ярышты. Уйын сәмле һәм ҡыҙыу барҙы. Һәр команда үҙ оҫталығын күрһәтеп, еңеү яуларға тырышты.
Спартакиада муниципаль хеҙ­мәт­кәрҙәрҙең, кем генә булһалар ҙа, ниндәй генә вазифаларҙы биләһәләр ҙә, спорт менән дуҫ булыуҙарын иҫбатланы. Иң мөһиме, улар, бергә йыйылып, команда рухын нығыта һәм физик сыҙамлыҡтарын күрһәтә алдылар. Ярыштар тамамланғас, дөйөм команда иҫәбендә еңеүселәр билдәләнде. Шулай итеп, спорт ярыштары һөҙөмтәләре буйынса беренселекте район хакимиәтенең финанс идаралығы яуланы, Ҡа­мышлы ауыл Советы ауыл биләмәһе 2-се урынға лайыҡ булды, 3-сө урынды опека һәм попечителлек бүлеге алды.
Шулай уҡ, төрлө номинацияларҙа еңеүселәр билдәләнде. Район хакимиәте биләмәһен йыйыштырыусы Василий Платонов “Йолаларҙы һаҡлаусы-2025” номинацияһына, “Иң йәш ҡатнашыусы” номинация­һына – Ҡырмыҫҡалы ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы урынбаҫары Камил Хәсәнов һәм Ҡамышлы ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы Илгиз Бикҡужин “Иң төҙ атыусы” номинацияһына лайыҡ булды.
Барлыҡ ауыл Советтары ауыл биләмәләре Башҡортостан Республикаһының профсоюз хеҙмәткәрҙәре көнөнә һәм райондың 95 йыллығына арналған район спартакиадаһында әүҙем ҡатнашҡаны өсөн Дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр менән билдәләнде.
Бынан тыш, «Берҙәм Рә­сәй» партияһының урындағы бүлексәһенең башҡарма секретары Зөлфиә Бәхтийәрова «Берҙәм Рәсәй» партияһының әүҙем бүлексәләренә иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.
Сараны ойоштороусылар ра­йон спартакиадаһын ойоштороуҙа һәм үткәреүҙә күрһәткән ярҙамы өсөн Профсоюздың Баш­ҡортостан Республикаһы ойошмаһы рәйесе Иршат Нияз­ғоловҡа, “Водоканал” йәмғиәтенә (директоры Фәнис Ғәзизов) һәм шәхси эшҡыуар Динар Шәриповҡа рәхмәтен белдерә.
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.
Автор фотолары.

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас