

Ҡабаҡ ауылы мәҙәниәт йортонда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре менән осрашыу булды. Сара “Ғаилә ҡунаҡханаһы” форматында уҙҙы.
Район хакимиәте башлығы Әлфир Сабиров “Ватанды һаҡлаусылар” махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү буйынса Дәүләт фонды филиалының социаль координаторҙары, Ҡырмыҫҡалы һәм Архангел райондарының хәрби комиссары Рөстәм Вәлитов һәм социаль хеҙмәттәр вәкилдәре менән социаль ярҙам саралары тураһында һөйләнеләр, яугирҙәрҙең ғаилә ағзаларының һорауҙарына яуап бирҙеләр.
- Махсус операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләре өсөн барлыҡ ярҙам саралары тураһында ентекләп фекер алышыу өсөн, беҙ осрашыуҙар циклын дауам итәбеҙ. Бөгөнгө көндә был социаль гарантиялар тураһында һөйләрбеҙ һәм һеҙҙең барлыҡ һорауҙарығыҙға яуап бирергә тырышырбыҙ, - тине Әлфир Сабиров.
Ҡырмыҫҡалы районындағы республика буйынса “Ватанды һаҡлаусылар” махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү буйынса Дәүләт фонды филиалының социаль координаторы Ғәлиә Бикбаева фонд эшмәкәрлеге тураһында һөйләне.
- Беҙ һәләк булғандарҙың, ветерандарҙың һәм махсус хәрби операция инвалидтарының ғаилә ағзаларын комплекслы оҙатып йөрөйбөҙ. Шулай уҡ, ғәмәлдәге яугирҙәргә һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итәбеҙ, тейешле ярҙам сараларын ҡарайбыҙ. Һорауҙарығыҙ булһа, беҙ һеҙҙе Ҡырмыҫҡалы ауылы, Солтанғәлиев урамы, 14/1 (“Юбилейный” кинотеатры бинаһы) адресы буйынса көтәбеҙ, - тине Ғәлиә Наил ҡыҙы.
Осрашыу барышында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә ҡағылышлы мутлашыу проблемаһы тураһында фекер алыштылар. Ҡунаҡтарға районда теркәлгән осраҡтар тураһында һөйләнеләр һәм енәйәтселәрҙең нисек ҡорбаны булмаҫҡа кәрәклеген аңлаттылар.
Район мәғариф бүлеге начальнигы урынбаҫары Гүзәл Сыңғыҙова, килеүселәрҙе әлеге ваҡытта аталары Ватанды һаҡлаған балаларға ниндәй ташламалар булыуы тураһында таныштырҙы.
- Бөгөнгө көндә 282 бала мәктәптәрҙә белем ала, 99 бала районыбыҙҙың балалар баҡсаларына йөрөй. Улар мәғариф учреждениеларында бушлай туҡланыу ала. Балалар баҡсаларына сират көтөп тороусы балалар сираттан тыш ҡабул ителә, ә уларҙың ата-әсәләре мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһын һайлай ала. Шулай уҡ махсус хәрби операция ветерандарының балаларына сезонлы йәки йыл әйләнәһендә ял итеү һәм һауыҡтырыу тәртибе раҫланды. Беҙҙең районда йәй көнө 29 бала ошо ташламанан файҙаланды. Бындай юлламаны алыу өсөн район мәғариф бүлегенә мөрәжәғәт итергә кәрәк, - тине Гүзәл Ринат ҡыҙы.
Район хакимиәтенең торлаҡ программаларын ғәмәлгә ашырыу секторы мөдире Эльвина Бакирова әйтеүенсә, “Башҡортостан Республикаһы ауыл территорияларын комплекслы үҫтереү” дәүләт программаһы сиктәрендә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләре торлаҡ урынының дөйөм баһаһының 70 процент күләмендә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға субсидиялар алырға мөмкин. Бының өсөн граждан тораҡ биналарға мохтаж тип танылырға һәм үҙ аҡсаларының 30 процентына эйә булырға тейеш. Ҡатнашыу шарттары – райондың агросәнәғәт комплексы, мәғариф, мәҙәниәт, сәләмәтлек һаҡлау, физкультура һәм спорт өлкәһендә эшләү. Субсидияны торлаҡ төҙөлөшө йәки һатып алыу өсөн ҡулланырға мөмкин. Шулай уҡ Өфө ҡалаһында фатир һатып алырға мөмкин булған “Иҡтисади класлы торлаҡ” программаһы эшләй.
Республика мәшғүллек үҙәгенең территориаль бүлеге баш инспекторы Маргарита Кәримова мөмкин булған ярҙам саралары тураһында һөйләне.
- Беҙҙең учреждение граждандарҙы эшкә урынлаштырыу, һөнәри уҡытыу һәм яңынан уҡытыу менән шөғөлләнә. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн – 50 мең һумлыҡ, ә ғаилә ағзалары өсөн 50 мең һумға тиклем уҡытыуға сертификат ҡаралған. Һеҙ үҙегеҙ теләгән һөнәрҙе һайлап, уҡый алаһығыҙ. Бынан тыш, беҙ үҙ эшегеҙҙе “Социаль контракт ниҙегендә адреслы социаль ярҙам” программаһы аша асырға ярҙам итәбеҙ, - тине Маргарита Наил ҡыҙы.
Башҡа ведомство вәкилдәре лә үҙ йүнәлеше буйынса сығыш яһап, тәҡдимдәрен индерҙе. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре уларға үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙе. Иң актуаль темалар араһында – балалар туҡланыуы, ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы сығарыу хеҙмәте өсөн түләүҙән азат итеү, бушлай йөрөү. Шулай уҡ ер биләмәһе биреү мәсьәләһе лә ҡуҙғатылды.
Сараның мәҙәни өлөшөн Ҡабаҡ ауыл Советы ижад коллективтары ойошторҙо, улар ҡунаҡтарға күңелле музыкаль номерҙар бүләк итте. Шулай уҡ барлыҡ ҡатнашыусылар өсөн һый-ниғмәттәр менән сәй эсеү ойошторолған ине.
Йәнле һәм асыҡ һөйләшеү форматында уҙған сара, унда ҡатнашыусыларға барлыҡ һорауҙарға теүәл яуаптар алырға һәм булған ҡыйынлыҡтарҙы хәл итергә мөмкинлек бирҙе.
Ғәлиә КӘРИМОВА.