Һыуыҡ Шишмә ауылының хоккей майҙансығында хоккей буйынса Ҡырмыҫҡалы районының Асыҡ Кубогына турнир үтте. Финал уйында Һыуыҡ Шишмә һәм Ҡырмыҫҡалы ауылдары командалары осрашты. Еңеү өсөн көрәш ҡыҙыу барҙы. Барлыҡ командалар үҙҙәренең ярышташтарын еңергә, уларҙың ҡапҡаларына мөмкин тиклем күберәк шайба индерергә тырышты. Ҡырмыҫҡалылар уйындың башынан уҡ өҫтөнлөк алды. Беренсе осор уларҙың файҙаһына 3:0 иҫәбе менән тамамлана. Артабан да ҡырмыҫҡалылар һыр бирмәй. Ләкин, матч уртаһына яҡыныраҡ майҙансыҡ хужалары инициативаны үҙ ҡулдарына алып, мөһим шайбалар индерә. Турнир тамамланыуға биш минут ҡалғас, ҡырмыҫҡалылар ҡапҡаларын һаҡлауҙа хата ебәреү һөҙөмтәһендә Һыуыҡ Шишмә командаһы 5:5 менән иҫәпте тигеҙләй. Уйын булғас еңеүсеһе лә булырға тейеш. Еңеүсе команда матчтан һуңғы буллиттар серияһында билдәләнде. Һөҙөмтәлә ҡыҙыу һәм көсөргәнешле уйындарҙа Һыуыҡ Шишмә командаһы еңеү яуланы һәм район Кубогына эйә булды.
Марсель ӘКРӘМОВ.