

Иҫке Бәпес ауылы янында “Ҡара ҡаплан” боронғо төрки ҡатнаш хәрби көрәш сәнғәте буйынса республика турниры сиктәрендә һыбай уҡсылар һәм “Ҡара ҡаплан” буйынса ярыштар үтте. Сара Ватанды һаҡлаусылар йылына һәм 1812-1814 йылдарҙағы Ватан һуғышында ҡатнашыусы данлыҡлы “Төньяҡ амурҙары” иҫтәлегенә арналды.
Ярыштарға Башҡортостандың төрлө райондарынан ғына түгел, Өфө ҡалаһы, Татарстан, Сыуаш, Бүрәт, Ҡалмыҡ Республикаларынан, Силәбе, Екатеринбург, Мәскәү, Әстерхан, Ярославль өлкәләренән дә бәйгеселәр килде. Улар араһында уҡ атыу сәнғәте менән яңы ғына ҡыҙыҡһына башлағандар ҙа, етди шөғөлләнгәндәр ҙә, хатта мәртәбәле еңеүселәр ҙә булды. Уҡсыларҙың боронғо милли кейемдә булыуҙары сараға айырым биҙәк өҫтәне.
Һыбайлы уҡсылар спорты ярыштарында ҡатнашыусыларҙы һәм бәйгегә тамаша ҡылырға килгән халыҡты Иҫке Бәпес ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы Азамат Ғәйфуллин, район хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте, физик культура һәм спорт бүлеге начальнигы Руслан Хәйертдинов сәләмләне.
- Хөрмәтле спортсылар, ҡунаҡтар, беҙ һеҙҙе изге Ҡырмыҫҡалы ерендә ҡаршы алыуыбыҙға бик шатбыҙ. Уҡсыларға уңыштар юлдаш булһын, мәргәнлек, сослоҡ, үткерлек, етеҙлек һәм сәм теләйем. Бәйге рухы менән ҡанатланып, Ҡырмыҫҡалы ерендә күңелегеҙгә ял алып, дәртләнеп, шатланып ҡайтырһығыҙ, тип ышанам,- тине Азамат Ғәйфуллин.
Азамат Муса улы ауыл Советы биләмәһендә уҙған сараларҙы ойоштороуҙа әүҙем ҡатнашҡан һәм матди ярҙам күрһәткән “Кузнечный двор” йәмғиәте етәксеһе Радик Әғзәмовҡа, “Ҡара ҡаплан” төрки хәрби сәнғәт федерацияһына нигеҙ һалыусы Ришат Шаймарҙановҡа һәм уҡтан атыу буйынса Бөтә Рәсәй, халыҡ-ара турнирҙар еңеүсеһе Асҡар Ишбирҙинға Рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Артабан Бүрәт Республикаһы ҡунағы Нима Батуев һәм Белорет районының үҙешмәкәр композиторы Илназ Үҙәнбаев район халҡына ҡунаҡсыллыҡ күрһәткәне өсөн рәхмәт белдерҙеләр һәм халыҡ инструменттарында уйнап, үҙ һәләттәрен күрһәттеләр. Шулай уҡ йыйылыусылар алдында район Мәҙәниәт һарайы артистары Фәрит Яҡшығолов, “Йондоҙ” бейеү ансамбле етәксеһе Рөстәм Сәйғәфәров сығыш яһаны. Сафия Ишбирҙина “Сыңрау торна” башҡорт халыҡ йырын башҡарҙы.
Уҡ атыу – таҫыллыҡ, теүәллек, түҙемлелек талап иткән халҡыбыҙҙың боронғо спорт төрҙәренең береһе. Һуңғы йылдарҙа уның билдәлелек ала барыуы ҡыуандыра. Был сара милли уҡ-һаҙаҡтан атыу йолаһын тергеҙеү, үҙаллы шөғөлләнгән уҡсыларҙың оҫталыҡтарын камиллаштырыу, йәш быуында Тыуған иленә, тарихына ҡарата һөйөү уятыу, илһөйәрлек, милләтте рухи тәрбиәләү маҡсатында ойошторола.
Спорт байрамын һыбай уҡсылар башлап ебәрҙе. Һыбайлылар йөҙ метр дистанцияла төрлө маршрут буйынса атта сабып барған килеш сәпкә уҡ атыуҙа тиҙлеккә һәм мәргәнлеккә көс һынашты. Тәүҙә өс сәпкә, һуңынан ике сәпкә һәм өҫкә бағана башына тейҙерергә кәрәк ине. Бәйге бик ҡыҙыу һәм сәмле барҙы. Ярыш сәме менән янған бәйгеселәргә һауа торошоноң әсе еле лә, ямғыры ла ҡамасауламаны.
Әйткәндәй, һыбайлы уҡ атыуҙың төрөк, ҡаҙаҡ, башҡорт һәм башҡа маршруттары бар. Уларҙың һәр береһенең үҙ шарттары, мәҫәлән ҡаҙаҡ маршрутында өҫкә бағана башына атырға кәрәк, ә башҡорт маршрутында ерҙән алып атаһың. Һыбай уҡ атыуҙың маҡсаты - ҡыҫҡа ваҡыт эсендә сәптәргә күберәк эләктереп мәрәй йыйыу.
Бынан тыш, сарала ҡатнашыусылар “Ҡара ҡаплан” боронғо төрки хәрби сәнғәте буйынса спорт ярышында ҡатнашты. “Ҡара ҡаплан” ярышы башҡорттарҙың бороңғо алышын тергеҙеү һәм популярлаштырыу маҡсатында ойошторола. Ярыштың ҡағиҙәләре буйынса бәйгеселәр һөнгө, суҡмар, балта, сыбыртҡы һелтәү, бысаҡ ҡаҙау, хәрәкәттә уҡ атыу буйынса көс һынаштылар.
Ныҡышмалы көрәштә һәр береһе үҙенең көсөн, һәләтен күрһәтеп сыҡҡандан һуң, ярышта Баймаҡ районынан Рәсих Йортбәков иң күп мәрәй йыйып Абсолют чемпион исеменә лайыҡ булды.
Шулай итеп 1-се урынға Ҡырмыҫҡалы районынан Асҡар Ишбирҙин сыҡты. 2-се урынды Илназ Үҙәнбаев (Белорет) менән Нуриман Хәйруллин (Әбйәлил) бүлеште. 3-сө урында Ибраһим Хәбибуллин (Силәбе өлкәһе) булды.
Үҫмерҙәр араһында Нурислам Шаймарҙанов (Ҡырмыҫҡалы) беренсе урынға лайыҡ булды. Икенсе урынды Ишморат Шаймарҙанов (Ғафури) алды. Өсөнсө урынға Рәвил Фәйзуллин (Өфө) сыҡты.
Тарихи яугир рухын теүәл сағылдырған костюмы һәм ҡорамалдары өсөн Татарстан Республикаһынан килгән Камил Шәрәфетдинов «Яугирҙең иң яҡшы экипировкаһы» номинацияһында еңеү яуланы.
Ниндәй генә сара үтмәһен, уның артында һәр саҡ ойоштороусы, бағымсы, музыкаль яҡтан биҙәүсе, хатта ашнаҡсылары ла була.
- Ҡунаҡтарыбыҙ хөрмәтенә тәүге көндө ҡорбан салынды. Донъялар тыныс булһын тип, ҡорбан ашы ойошторҙоҡ. Һарыҡты Иҫке Бәпес ауылы имамы Рәфил Шахморатов бирҙе, Тимур Ишбирҙин уны салды. Сарала ҡатнашыусыларҙы башҡорт милли ашы - бишбармаҡ менән һыйланыҡ. Иртәгәһе көнгә ҙур ҡаҙанда былау бешереп ауыҙ иттерҙек,- тине Альбина Хәсәнова.
Мәргәндәрҙең күңелендә батырлыҡ, ҡыйыулыҡ, сыҙамлыҡ, таҫыллыҡ кеүек күркәм сифаттар уятҡан, башҡорт халҡының тарихына, мәҙәниәтенә ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләгән был спорт төрөнөң районда киң танылыуын теләйбеҙ.
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.
Автор фотолары.