Даирә
+16 °С
Облачно
Башҡа яңылыҡтар
19 Ноября 2025, 15:40

Кәбеҫтә салаты

Ашығыҙ тәмле булһын!

Добавить в предпочтительные источники Google
Кәбеҫтә салатыКәбеҫтә салаты
Кәбеҫтә салаты

Кәрәк: 1 кг ҡыяр, 2,5 кг помидор, 1,5 кг борос, 1 кг кишер, 2 кг кәбеҫтә, 1 кг һуған, дүрт ҡалаҡ тоҙ, биш ҡалаҡ уксус, бер услам петрушка, 700 грамм көнбағыш майы, бер стакан шәкәр.

Кишерҙе таҙартып, ҡырып алырға, ҡыярҙы турарға, кәбеҫтәне, һуғанды ваҡларға һәм татлы боросто таҙартып, һаламлап ҡырҡырға кәрәк. Помидорҙы нәҙек ярым ҡулсаларға турап, петрушканы ваҡлап, бөтә йәшелсәләрҙе ҙур кәстрүлдә болғарға. Май, шәкәр, тоҙ, уксус ҡушып, маринад әҙерләргә һәм йәшелсә һалырға. Тағы ла бер тапҡыр барыһын да яҡшы итеп болғатҡас, салатты банкаларға һалып стерилләштерергә кәрәк. Һуңынан ябып, әйләндереп, өҫтөн ҡаплап ҡуйырға.

Рецепт һәм фото: асыҡ сығанаҡтан.

Автор:Римма Аҡманова
 
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас