Даирә
+30 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
19 Ноябрь 2025, 10:39

Инвестицияла аҡса эшләргә уйлаған

Йыш ҡына йәштәр финанс мутлашыусыларҙың ҡорбаны була.

Йыш ҡына йәштәр финанс мутлашыусыларҙың ҡорбаны була. Мәҫәлән, беҙҙең райондан булған студент танышына инвестицияларҙа аҡса эшләргә ярҙам итергә теләп, үҙе аҡсаһыҙ ҡалған, “аферистар селтәре”нә эләккән.
Барыһы ла ярҙам һорауҙан башланды. Ҡабаҡ ауылында йәшәүсе Айнур М.-дан (исеме үҙгәртелде) бер танышы бурысҡа 2 мең һум аҡса һорай. Егет уға аҡса күсерә. Һуңынан тағы унан 6500 һум аҡса һорай, егет тағы аҡса ебәрә. Ҡыҙ өсөнсө тапҡыр 15 мең һум һорағас, Айнур М. хәүефләнә һәм аҡсаның нимә өсөн кәрәклеген асыҡларға ҡарар итә.
Баҡтиһәң, уның танышының мессенджерҙарҙың береһендә мутлыҡ схемаһында ҡатнашыуы асыҡлана. Уға инвестицияларҙан юғары килем вәғәҙә итәләр. Бының өсөн аҡсаны күрһәтелгән иҫәпкә күсереү генә кәрәк була, ә уның урынына юғары процентлы аҡсаны кире ҡайтарыу гарантиялана. Асыҡланыуынса, ҡыҙ ике ай буйына билдәһеҙ кешеләргә 500, 5000, 6500, 13575 һум аҡса күсергән.
Финанс пирамидаһы менән эш итеүен аңлап, Айнур М. ваҡиғаларҙың артабанғы үҫешен көтмәйенсә Рәсәй Эске эштәр министрлығының Ҡырмыҫҡалы районы буйынса бүлегенә мөрәжәғәт итә.
Хөрмәтле район халҡы! Инвестициялар тураһындағы мәғлүмәттәрҙе рәсми сығанаҡтарҙан һәр ваҡыт тикшерегеҙ. Таныш булмаған кешеләргә аҡса күсермәгеҙ һәм тиҙ генә килем алыу тураһындағы вәғәҙәләргә ышанмағыҙ!
Динар СӘЙФУЛЛИН,
РФ Эске эштәр министрлығының Ҡырмыҫҡалы районы буйынса бүлек начальнигы урынбаҫары.

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас