Районыбыҙҙа физик тәрбиә йүнәлешенә, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалауға ҙур иғтибар бирелә. Бигерәк тә билбау көрәше, тхэквандо, футбол, волейбол, лапта, шахмат, өҫтәл теннисы менән шөғөлләнеүселәр күп. Районыбыҙ спортсылары республика, ил һәм донъя кимәлендәге ярыштарҙа әленән-әле еңеүҙәр яулай. Беҙҙең тренер-уҡытыусыларҙың исемдәре район һәм хатта республика сиктәренән ситтә лә билдәле, районыбыз исемен алдынғылар рәтенә индереүҙә уларҙың өлөшө баһалап бөткөһөҙ.
Йыл һайын август айының икенсе шәмбеһендә илебеҙҙә Физкультурниктар көнө билдәләнә. Байрам уңайынан район үҙәгендә спорт саралары үтте.
Йәштәр сәйәсәте, физик культура һәм спорт бүлеге начальнигы Руслан Хәйертдинов сарала ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, барыһын да спорт менән шөғөлләнергә, сәләмәт һәм актив булырға саҡырҙы.
- Спорт менән шөғөлләнеүегеҙ һәм сараларға йөрөүегеҙ өсөн рәхмәт белдерәм. Физик культура менән шөғөлләнеү өсөн күп мөмкинлектәр тыуҙырылған, күп спорт объекттары төҙөлә. Улар барыһы ла уңайлыҡтары яғынан бөгөнгө заман талаптарына яуап бирә,- тине Руслан Илдус улы һәм районыбыҙҙың физик культура һәм спорт үҫешенә ҙур өлөш индереүселәргә Рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Һәр шәмбе иртән Аҡкүл паркы әүҙем йәшәү рәүешен яратыусыларҙы йәлеп итеү урыны булып тора. Бында төрлө йәштәгеләр өсөн саф һауала парк буйлап йүгереү ойошторола. Ағымдағы йылдың 18 ғинуарында сәләмәт тормош алып барыусылар тәүге йүгереүгә сыҡты. Шунан башлап аҙна һайын тиҫтәләгән спорт һөйөүсе олоһо ла, кесеһе лә күл буйлап 5 саҡрым оҙонлоҡтағы дистанцияла йүгерә. Саралар һауа шарттарына һәм миҙгелгә ҡарамайынса даими үткәрелә. Байрам көнөндә йүгереү буйынса 30-сы юбилей ярышы үтте. Байрам йүгерешендә әүҙем ҡатнашҡан һәр кемгә сертификат тапшырылды. Шулай уҡ сарала ҡатнашыусы беренсел профсоюз ойошмалары ағзалары Рәхмәт хаттары менән билдәләнде.
- Һәр шәмбе үткәрелеп килгән йүгереште ҡалдырмаҫҡа тырыштыҡ, сөнки һаулыҡ – ҙур байлыҡ. Район халҡы сәләмәт тормош алып барыуҙа әүҙем ҡушылһын ине. Ғаиләбеҙ спорт менән дуҫ, тип ғорурланып әйтә алам. Тормош иптәшем менән өс малай тәрбиәләйбеҙ. Улар өсөһө лә ниндәйҙер спорт төрө менән шөғөлләнә. Бөгөнгө сараға Илдан улым менән килдек. Байрам сараһы уға ла бик оҡшаны. Үҙем бәләкәйҙән еңел атлетика менән шөғөлләнәм. Йүгереү буйынса икенсе өлкәндәр разрядына эйәмен. Мәктәп йылдарында уҡ төрлө спорт ярыштарында ҡатнашып килдем. Әле лә йүгереү буйынса ярыштарҙа район хакимиәте исеменән сығыш яһайым. Мәктәптә улдарыбыҙ менән “Атай, әсәй һәм мин – спорт һөйөүсе ғаилә” бәйгеләрендә ҡатнашабыҙ.
Йүгереү күтәренке кәйефтә йәшәтә, тип әйтер инем. Шуға, әйҙәгеҙ, барығыҙ ҙа ҡушылығыҙ, сәләмәт булырһығыҙ,- ти Вилиә Исламғолова.
Байрам сараһы Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбенең физкультура-һауыҡтырыу комплексында дауам итте. Унда өҫтәл теннисы һәм шахматсылар осрашты.
Бер аҙ күнекмәнән һуң рәсми уйындар теҙмәһе башланды. Өҫтәлдә хистәр ҡайнаны. Тенниссылар ҡыҙыҡлы уйындар менән алмашты, һаҡта ышаныслыраҡ уйнарға, дәғүәселәрҙе хәйләле ташлауҙар, етеҙ контратакалар, киҫкен һөжүмдәр менән бутарға маташты. Ярыш йомғаҡтары буйынса еңеүселәр һәм призерҙар билдәләнде.
Өҫтәл теннисы буйынса райондың шәхси беренселегенең абсолют зачетында Рауил Баҙарғолов (Ҡырмыҫҡалы) алтын миҙалға лайыҡ булды. Көмөш миҙалды Артур Шәрипов (Сихонкин), бронза миҙалды Владимир Карпов (Сихонкин) һәм Ринат Миһранов (Сахай) алды.
Шахмат - аҡыл көсө, зирәклек талап иткән боронғо уйындарҙың береһе. Әммә, шулай булыуға ҡарамаҫтан, әлегә көнгә тиклем ул популярлығын юғалтмаған һәм күптән халыҡ-ара спорт төрө тип танылған. Байрам уңайынан ойошторолған шахмат уйынында ла үҙ оҫталары табылды.
- Шахмат – аҡыл уйыны, төплө фекер йөрөтөргә өйрәтә. Мәктәптә уҡыған ваҡытта атайым шахмат алып ҡайтып бирҙе. Шунан бирле шахмат уйнайым. Йыл әйләнәһенә уҙғарылған шахмат ярыштарында ветерандар составында ҡатнашам. Бөгөнгө ярыш шахмат һөйөүселәр менән күрешеү, аралашыу мөмкинлеге лә бирҙе,- ти Боҙаяҙ ауылынан Дим Кәримов.
Артабан спорт сараһы С.М.Чугункин исемендәге мәктәптең спорт майҙансығына күсте. Майҙансыҡта район студенттары һәм мәктәп уҡыусылары мини-футбол, стритбол, баскетбол, фиджитал-футбол ярыштарында көс һынашты, ГТО нормаларын тапшырҙы. Сара аҙағында ярыш һөҙөмтәләре буйынса еңеүселәр ҙә билдәләнде.
- Ҡырмыҫҡалы гимназияһының 5-се класына уҡырға барам. Бәләкәйҙән спорт менән дуҫмын. Бигерәк тә баскетбол, йүгереү оҡшай. Бынан тыш, бейеү түңәрәгенә лә йөрөйөм, сөнки бейеү үҙе спорт бит ул,- ти Сабрина Әхмәҙиева.
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.
Автор фотолары.