Даирә
+30 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
18 Ноябрь 2025, 15:25

Ашарҙарына яҙһын!

"Ҡырмыҫҡалылар үҙебеҙҙекеләргә" ирекмәндәр штабы бик әүҙем эшләй.

Ашарҙарына яҙһын!Ашарҙарына яҙһын!
Ашарҙарына яҙһын!

"Ҡырмыҫҡалылар үҙебеҙҙекеләргә" ирекмәндәр штабы бик әүҙем эшләй. Мәҫәлән, унда ай башында "Туҡмас көнө" акцияһын үткәргәндәр. Яугирҙарыбыҙ өсөн 50 ҡумта туҡмас әҙерләгәндәр!  

"Кармаскалинцы СВОим" ирекмәндәр штабын былтыр ғинуар айында ойошторалар. Гүзәлиә Ямалетдинова, Зөлфирә Ямалова, Резидә Әхтәмова башлап ебәргән штаб составына тора-бара 50-нән ашыу кеше инә. Улар маскировка селтәрҙәрен бәйләй, окоп шәмдәрен тултыра, ойоҡбаштар бәйләй, подшлемниктар тегә. 

Еңеүҙе яҡынайтыуға үҙ өлөшөн индерергә теләгән һәр кем был изге эштә ярҙам итә ала. Штабтың эш ваҡыты иртәнге сәғәт 9-сы яртынан кискә тиклем. Бәйләнеш өсөн контакт телефоны: +7 927 326-10-46.

Фото: https://vk.com/karmadm

Автор:Баныу Ҡаһарманова

Сығанаҡ:https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2025-11-18/ashar-aryna-ya-yn-4472509

 

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас