Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
17 Ноябрь 2025, 10:18

Кеше ғүмерен оҙайтыусы майҙар

XX быуаттың 60-сы йылдарында Европала ғүмер оҙонлоғо буйынса Греция лидер була. 

Кеше ғүмерен оҙайтыусы майҙарКеше ғүмерен оҙайтыусы майҙар
Кеше ғүмерен оҙайтыусы майҙар

XX быуаттың 60-сы йылдарында Европала ғүмер оҙонлоғо буйынса Греция лидер була. Был сағыштырмаса ярлы ил 100 йәшкә еткән ололары менән рекорд ҡуя. Сәләмәтлектең бөтә күрһәткесе буйынса уның артынса Италия менән Испания килә.  Әйткәндәй, иҡтисади үҫеш буйынса был илдәр ҙә Германия, Бөйөк Британия һәм  скандинав илдәренән артта ҡалған була. Был күренеш “Урта диңгеҙ парадоксы” тип баһалана һәм  күп кенә ғилми хеҙмәттә зәйтүн майына һәм емеш-еләккә бай булған урындағы туҡланыу рационы менән аңлатыла.

 Зәйтүн майы

Сәләмәтлек күрһәткестәре буйынса айырыуса Крит  утрауы айырылып тора. Ул зәйтүн майын ҡулланыу буйынса ла (дөйөм майҙарҙың 78 проценты) алдынғы урындарҙы биләй. 60 – 70-се йылдарҙа үткәрелгән тикшереүҙәр һөҙөмтәһендә үҫемлек аҙыҡтарын һәм зәйтүн майын ҡулланыуҙың юғары кимәле менән йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарының түбән кимәле араһында бәйләнеш  булыуы асыҡлана. Ошоға бәйле сәләмәтлек проблемаларына ныҡ иғтибарлы булған Америкала зәйтүн плантациялары булдырыла башлай. Улар Австралияла ла  барлыҡҡа килә.

“Балыҡ теорияһы”

Япония 1983 йылда оҙон ғүмерлелек буйынса донъя рекордсмены була. Был илдә ир-егеттәрҙең уртаса ғүмер оҙонлоғо – 74,2, ә ҡатын-ҡыҙҙарҙыҡы 79,8 йәшкә етә. Уға тиклем Швеция, Швейцария беренселектә килә. Был илдәрҙәге ғүмер оҙонлоғо иғтисади хәлгә бәйле була, ә ашаған ризыҡҡа түгел.

Япониялағы кешеләрҙең оҙаҡ йәшәү серен иҡтисади йәки социаль фактор менән дәлилләп булмай. Халыҡтың килеме буйынса Япония Европаның һәм Американың  алдынғы илдәренән ҡалыша. Һәр кешегә иҫәпләгәндә һаулыҡ һаҡлауға киткән сығымдар унда Европа йәмғиәтенә ҡарағанда – ике, ә Америкаға ҡарағанда өс тапҡырға әҙерәк була. Япондарҙың тормошо стрестарға тулы: йәшәү шарттары насар,  уларҙың эш сәғәте Европаныҡына ҡарағанда күберәк, отпускылары ике аҙна ғына, өҫтәүенә, һәр утрауҙа тиерлек ер тетрәүҙәр булып тора... Ошондай шарттарҙа ла  япондар ни өсөн оҙаҡ йәшәй, тигән һорау белгестәргә тынғылыҡ бирмәй. Бына шунда “балыҡ теорияһы” барлыҡҡа килә лә инде. 1983 йылда Япония балыҡ тотоу һәм ҡулланыу буйынса беренсе урында була.

Оҙаҡ йәшәү сере булған “балыҡ теорияһы”  диетологтар араһында ла  бик тиҙ танылыу таба.

 

Аҙыҡтағы майҙарҙың составы һәм оҙон ғүмерелелек

Кеше ғүмере оҙонлоғо менән организмға инеүсе майҙарҙың сифаты араһындағы бәйләнеш үҙен күптән аҡлаған. Билдәле булыуынса,  организмдың ҡартайыуы күҙәнәк структураларындағы майлы кислоталарҙың үҙенсәлектәрендә һәм сифатында күренә.

Сысҡандар һәм ҡомаҡтар менән үткәрелгән тәжрибәләр күрһәтеүенсә, ҡайһы бер үҫемлек һәм башҡа майҙарҙы ҡулланыу,  уларҙың ғүмерен оҙайтмаған хәлдә лә, максималь йәшкә тиклем йәшәргә булышлыҡ иткән.

Белгестәр туҡланыу рационына төрлө майҙы индерергә тәҡдим итә. Әлбиттә, үҫемлек майҙарынан донъя баҙарында иң осһоҙҙары киң таралған. Мәҫәлән, пальма майы. Артабан  көнбағыш майы менән рапс майы килә. Зәйтүн майы менән кукуруз майы сифаты буйынса уларҙан өҫтөнөрәк. Ә гәрсис, кунжут, киндер һәм башҡа  майҙар иһә тағы ла файҙалыраҡ. Уларҙың составындағы 70 процент майлы кислоталарҙың 3 – 5 проценты алмаштырғыһыҙ, айырыуса ҡиммәтле кислоталарға – линол һәм линоленов кислоталарына тура килә.

Кешегә күпме май кәрәк?

Бөтә доъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы тәҡдим итеүенсә, көнөнә һәр кешегә 70 – 80 г май ҡулланыу фарыз. Донъяның 80 илендә ул  ошо норманан түбән. Уларға Бангладеш (20 г), Филиппиндар менән Һиндостан (38 г), Индонезия (47 г), Фәләстан менән Нигерия (50 г) инә.

Үҫешкән Көнбайыш илдәрендә иһә киреһенсә.  Бер кешегә көнөнә уртаса алғанда 160 г май тура килә. Беҙҙең илдә иһә 1988 –1990 йылдарҙа  һәр кешегә көнөнә 108 г май тура килһә. Артабан ул ныҡ ҡына кәмей. Хәҙер иһә әкренләп  тигеҙләшә.

Кәңәштәр

* Сәләмәтлек өсөн туҡланыу рационында төрлө май булырға тейеш. Үҫемлек майҙары ғына ла түгел, хайуандарҙан алынған май ҙа, шул иҫәптән – балыҡ майы.

* Шешәлә йәки пакеттарҙа һатылған концентратлаштырылған майҙарҙы ҡулланыуҙы кәметергә кәрәк. Сөнки улар һыуҙа ла, беҙҙең эсәктәрҙә лә иреп бөтмәй. Шунлыҡтан тәбиғи майҙарҙы ҡулланыу зарур. Мәҫәлән, һөттәге, авокадолағы йәки көнбағыштағы майҙар йоҡа ғына ҡатламда һәм күҙгә күренмәҫлек бәләкәй генә майлы шар формаһында була.  Аш эшкәртеү трактына эләгеү менән улар тарҡала һәм тиҙ үҙләштерелә.

* Химик һәм физик технолгиялар ярҙамында алынған яһалма майҙарҙы ҡулланыуҙы ҡырҡа кәметеү зарур. Мәҫәлән, рафинадланған рапс йәки көнбағыш майында ике процент трансизомер майлы кислота булыуы ихтимал. Тап шулар матдәләр алмашыныуында “хата” барлыҡҡа килтереүгә сәбәпсе була. Әлбиттә, уларҙан тулыһынса баш тартып булмай, сөнки кулинарияла, кафе-ресторандарҙа, ашханаларҙа  тап шулар ҡулланыла.

* Тағы ла маргариндағы май бик зыянлы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул маргаринда ғына түгел,  печенье, вафли, чипсы, пирожныйларҙа ла бар.  Уларҙың составында 30 процент трансизомер һәм башҡа ярамаған майлы кислоталар булыуы мөмкин. Улар оҙаҡ һаҡлана торған аҙыҡ-түлектә ҡулланыла.

Шулай итеп, сәләмәтлек өсөн туҡланыу рационында май булырға тейеш. Әммә билдәле күләмдә һәм сифатлыһы ғына. Айырыуса тәбиғи майҙарға өҫтөнлөк бирергә кәрәк. Үтә күренмәле ялтырап торған рафинадланған майҙарға ҡыҙыҡмағыҙ. Еҫе булһа ла, рафинадланмаған майҙар яҡшыраҡ. Тағы ла күберәк балыҡ майы ҡулланырға, йәғни балыҡ ашарға тырышығыҙ, бигерәк тә диңгеҙ балығын. Шулай уҡ һыйыр майы кеүек хайуандарҙан алынған май ҙа күпкә файҙалыраҡ, тик артыҡ мауығырға ярамай.

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
 
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас