Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
16 Ноябрь 2025, 05:19

Белорет – Учалы – Мейәс юлының дүрт километры ремонтланды

Ул 165 мең самаһы кеше йәшәгән Белорет һәм Учалы райондарында халҡына транспорт бәйләнешен тәьмин итә.

Белорет – Учалы – Мейәс юлының дүрт километры ремонтландыБелорет – Учалы – Мейәс юлының дүрт километры ремонтланды
Белорет – Учалы – Мейәс юлының дүрт километры ремонтланды

Башҡортостандың Учалы районында “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты сиктәрендә Белорет – Учалы – Мейәс юлының дүрт километр арауығы ремонтланды, тип хәбәр иттеләр республиканың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан.

Ишкен һәм Баҙарғол араһындағы участкала юлсылар иҫке асфальтты ҡырып алып, тигеҙләү ҡатламын һәм өҫкө ҡатын һала, юл ситтәрен нығыта һәм билдәләр ҡуя.

– Белорет – Учалы – Мейәс юлы Башҡортостандың таяныс селтәренә инә. Ул 165 мең самаһы кеше йәшәгән Белорет һәм Учалы райондарында халҡына транспорт бәйләнешен тәьмин итә. Был юлдан улар район үҙәктәренә һәм республикабыҙҙың Ирәкташҡа, Таш йылға, Абҙаҡ тау саңғыһы курорты кеүек матур туристик иҫтәлекле урындарына барып етә ала, – тип һөйләне Башҡортостан Республикаһының транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова.

Быйыл Башҡортостанда “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) сиктәрендә бөтәһе 350 километр самаһы юлдарҙы һәм бөтәһе бергә 1260 метрға тиң оҙонлоҡта булған яһалма ҡоролмаларҙы норматив хәлгә килтереү күҙаллана.

Был 2024 йылда “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты (национальный проект “Безопасные качественные дороги”) буйынса ремонтланғандан 1,5 тапҡырға күберәк.

Фото: БР Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан.

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас