

Ҡырмыҫҡалы районындағы Ҡабаҡ төҙөлөш материалдары заводы (“Башҡорт кирбесе” холдингына инә) үҙенең 20 йыллығын билдәләй.
Күптән түгел Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Артем Ковшов ошо предприятиела булды, йөҙләүсе һәм силикат, төҙөлөш блоктары етештереү буйынса яңыртылған линияны ҡараны, коллективты юбилей менән ҡотланы һәм алдынғы эшселәргә, ветерандарға дәүләт наградалары тапшырҙы.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: Башҡортостан Волга буйы федераль округында беренсе булып яңы төҙөлөш материалы етештереүҙе яйға һалды. Быйыл йәй Ҡабаҡ заводы яңы материал – стена өсөн силикат блогы етештереүҙе үҙләштерҙе. Ул шлактан, керамзиттан һәм бетондан эшләнгән блоктарға алмаш була ала.
“Тормош өсөн инфраструктура” милли проектында заманса төҙөлөш материалдары етештереүгә ныҡлы иғтибар бирелә һәм Ҡабаҡ заводы ла ошо проекттың үтәлешенә ҙур өлөш индерә.
ФЕКЕР
Артем КОВШОВ,
Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы:
“Был предприятиела эшләгән һәр кемгә рәхмәтлебеҙ, уларҙың һөнәри оҫталығы һәм ныҡышмалы хеҙмәте беҙҙең төбәкте ҡеүәтлерәк итә бара: бында етештерелгән материалдар йорттар, мәктәптәр, балалар баҡсалары һәм мөһим социаль объекттарҙың нигеҙенә әүерелә.
Коллективҡа етештереү күләменең тотороҡло рәүештә юғары булыуын һәм продукцияның тиҙ һатылыуын теләйем. Кирбесегеҙ һәр саҡ ышаныслы булһын, ә уның ярҙамында төҙөлгән һәр объект ҙур ғорурлыҡ тойғоһо уятһын”.
Фото: БР Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!