Даирә
+28 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
15 Ноябрь 2025, 05:22

Ватанды һаҡлау – ир-егеттең изге бурысы

Эшһөйәр һәм патриотик рухлы ир тиңһеҙ ҡаһарманлыҡ һәм батырлыҡ өлгөһөн күрһәтә. 

Ватанды һаҡлау – ир-егеттең изге бурысыВатанды һаҡлау – ир-егеттең изге бурысы
Ватанды һаҡлау – ир-егеттең изге бурысы

Махсус хәрби операция ҡағылмаған бер ғаилә, бер кеше юҡтыр беҙҙең биләмәлә. Ҡырмыҫҡалы ауылында йәшәүсе Абдужабаровтарҙың ғаиләһе лә шуларҙың рәтендә.
“Душанбе” позывнойлы яҡта­шы­быҙҙың ғаиләһе 1993 йылда Тажиҡстандан Ҡырмыҫҡалыға күсеп ҡайта. Үҫмер 1-се һанлы Ҡыр­мыҫҡалы мәктәбендә белем ала. Бәләкәй сағында бөтә Ер шары буйлап сәйәхәт итергә хыяллана. Мәктәпте тамамлағас, музыка мәктәбенә электрик булып эшкә урынлаша. 2005 йылда сәнәғәт-иҡтисад колледжын иҡтисадсы-бухгалтер һөнәре буйынса тамамлай.
Ул замандағы һәр егет һымаҡ армияға барыу хыялы менән дә яна. Туғандары араһында барыһы ла хеҙмәт иткәс, хәрби хеҙмәтте ул үҙенең мотлаҡ бурысы итеп һанай. 1999 йылда егетте армияға алалар. Һалдат хеҙмәтен Дағстан Республикаһы Буйнакск ҡалаһында үтә. Шул ваҡытта боевиктарҙың Дағстанға һөжүменән һуң икенсе чечен һуғышы башлана. Беҙҙең яҡташыбыҙ ҙа ошо хәрби бәрелештәрҙә ҡатнаша. Хәрби хеҙмәтте тултырғас, артабан контракт нигеҙендә хеҙмәт итеү ҡарарын ҡабул итә һәм ул тағы ла Рәсәй Армияһында хеҙмәткә ҡала.
Һалдат күп кенә подразделениеларҙа водителдән алып бүлек командиры вазифаһына тиклем хеҙмәт итә. Икенсе Чечен компанияһында, Көньяҡ Осетиялағы ҡораллы конфликтта ҡатнаша, оҙаҡ йылдар махсус тәғәйенләнештәге батальонда хеҙмәт итә, биш тапҡыр Сүриәлә булып хәрби операцияла ҡатнаша. Бөгөнгө көндә тәүге көндәрҙән алып махсус хәрби операция биләмәһендә реактив батарея бүлексәһе командиры вазифаһында хеҙмәт итә.
Эшһөйәр һәм патриотик рухлы ир ҡайҙа ғына хеҙмәт итһә лә, алдына ҡуйған бурысын намыҫ менән башҡара, тиңһеҙ ҡаһарманлыҡ һәм батырлыҡ өлгөһөн күрһәтә. “Душанбе” позывнойлы яугир хәрби бурыстарын намыҫлы үтәгәне һәм батырлыҡтары өсөн II дәрәжә “Батырлыҡ өсөн”, “Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы”, I һәм II дәрәжә “Хәрби батырлығы өсөн”, “Сүриәләге хәрби операцияла ҡатнашыусы”, “Сүриә Ғәрәп Республикаһында тыныслыҡ урынлаштырыу миссияһында ҡатнашҡаны өсөн”, “Хәрби батыр­лыҡтары өсөн”, II һәм III дәрәжә “Хәрби хеҙмәттә күрһәткән батырлығы өсөн”, «Спецназда хеҙмәт иткәне өсөн» миҙалдары һәм “Кавказдағы хеҙмәте өсөн” күкрәк билдәһе, “Төньяҡ Кавказдағы хеҙмәте өсөн» иҫтәлекле миҙал менән бүләкләнгән. Егеттәребеҙ ҡайҙа ғына хеҙмәт итһә лә, үҙ бурыстарын намыҫлы үтәп, иҫән-һау тыуған яғына әйләнеп ҡайтһын, тип теләйбеҙ.
Контракт хеҙмәтенә ҡағылышлы һорауҙар буйынса 2-14-78, 2-11-58 телефондары буйынса шылтыратырға, йәиһә, Ҡырмыҫҡалы һәм Архангел райондары хәрби комиссариатына килергә мөмкин.
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас