Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
13 Ноябрь 2025, 17:28

Журналистар конкурсын йомғаҡланылар

Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы  Ғәди Мөхәмәҙей улы Арыҫлановтың  тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған   республика  журналистар конкурсына йомғаҡ яһалды.

Журналистар конкурсын йомғаҡланыларЖурналистар конкурсын йомғаҡланылар
Журналистар конкурсын йомғаҡланылар

 Республика баҫмалары араһында «Ватандаш» журналының баш мөхәррире Рәшиҙә Мәһәҙиева  еңеүсе тип билдәләнде.  2-се урынға  «Башҡортостан» гәзите хәбәрсеһе Рәшит Кәлимуллин лайыҡ булды. 3-сө урын – «Единая Россия – Башкортостан» гәзитенең бүлек мөдире  Лиана Цыгановала.

Ҡала гәзите журналистары араһында «Стерлитамакский рабочий» гәзите хәбәрсеһе Фаяз Йомағужин иң яҡшыһы тип табылды. 2-се урын ошо уҡ гәзиттең фотохәбәрсеһе Сергей Крамскийға бирелде. 3-сө урын өсөн «Путь Октября» гәзитенең хәбәрсеһе Илнур Байгилдинды бүләкләнеләр.

Район баҫмалары араһында ла еңеүселәр билдәләнде. 1-се урында – Баймаҡ мәғлүмәт үҙәгенең директоры Гүзәл Сәлихова, 2-се урында – Дыуан мәғлүмәт үҙәгенең директоры Рәмил Тләпов, 3-сө урында – Ҡырмыҫҡалы мәғлүмәт үҙәгенең директоры Әлфиә Әхмәҙуллина.

Силәбе өлкәһенән «Аргументы и факты» гәзитенең баш мөхәррир урынбаҫары Надежда Уварова махсус призға лайыҡ булды.

Штаттан тыш хәбәрселәр араһында ла иң яҡшы өсәүҙе билдәләнеләр.  Улар – «Республика Башҡортостан» гәзитенән Марс Авдеев (1-се урын), Полиграф музейы директоры Геннадий Шевелев (2-се урын), Стәрлетамаҡ ҡалаһынан журналистика ветераны Тамара Андреева (3-сө урын) Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар һәм  Ватанды һаҡлаусы геройҙар тураһында иң яҡшы   фотосессия өсөн. "Йәшлек" гәзитенең  фотохәбәрсеһе Юлай Кәримов та дипломға лайыҡ булды. 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас