Даирә
+24 °С
Дождь
Башҡа яңылыҡтар
11 Ноября 2025, 17:02

Шок! Ике йөрәкле быҙау тыуған!

Мөғжизәле хәл Ауырғазы районының Үрге Ләкәнде ауылындағы һөт фермаларының береһендә була.    

Шок! Ике йөрәкле быҙау тыуған!Шок! Ике йөрәкле быҙау тыуған!
Шок! Ике йөрәкле быҙау тыуған!

Мөғжизәле хәл Ауырғазы районының Үрге Ләкәнде ауылындағы һөт фермаларының береһендә була.    

Безәүкәйгә әлегә бер нисә көн генә. Әммә ул барыһын да хайран ҡалдыра. Малҡайҙың  бер йөрәге, ғәҙәттәгесә, үҙ урынында тибә. Икенсеһе уның ҡара маңлайында аҡ тап менән балҡый.

Хайуандың ғәҙәти булмаған төҫө яңы тыуған быҙауға айырым иғтибар йәлеп итә. Тыуғас та ул  урындағы "йондоҙ"ға әйләнә.

Бындай күренеш йыш булмай, шуға күрә күптәр уны яҡшы билдә тип иҫәпләй.

Автор:Гөлнара Солтанова

Сығанаҡ: https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2025-11-11/shok-ike-y-r-kle-by-au-tyu-an-4461068

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас